Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2022, 14:24

Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар үткәрелә башланды

8 февраль көнө сығарылыш класы уҡыусылары өсөн төп һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса бушлай онлайн-консультациялар үткәрелә башланы. Консультацияларҙы предмет комиссиялары эксперттары үткәрә. 

Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар үткәрелә башланды
Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бушлай онлайн-консультациялар үткәрелә башланды

Өфө ҡалаһының 95-се мәғариф үҙәге директоры урынбаҫары Федан Ғафаров билдәләүенсә, был сығарылыш уҡыусылары өсөн дә, балаларҙы имтихандарға әҙерләгән уҡытыусыларға ла файҙалы.

“Имтихан - һәр уҡыусы өсөн етди һынау. Сөнки уның һөҙөмтәһенә ҡарап уҡыусы вузға йәки колледжға уҡырға йә инә лә, йә ҡаршылыҡтарға дусар була. Мәктәпте тамамлаусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәки сығарылыш уҡыусыларының законлы вәкилдәре имтихандарға әҙерлек барышында ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һорауҙарҙы электрон почтаға ебәреп, эксперттан яуап алырға була», - тип билдәләне Федан Ғафаров.

БДИ буйынса онлайн-консультациялар һәр шишәмбе һәм дүшәмбе көндәре 15.00-17.00 сәғәттә 24 февралгә тиклем, ә төп дәүләт имтихандары һәм шаршамбы һәм йома көндәре 15.00-17.00 сәғәттә 2 мартҡа тиклем була. 

Килеп тыуған һорауҙарҙы түбәндәге электрон почтаһына ебәрергә мөмкин: [email protected] (ЕГЭ), [email protected] (ОГЭ). 

Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн материалдарҙы, шулай уҡ консультациялар графигын, консультациялар һылтанмаһын "Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү" ("Электронное образование Республики Башкортостан") порталында алырға мөмкин:

БДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/ 

ТДИ:
https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: