+21 °С
Облачно
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Баймаҡ ҡалаһында булған эш сәфәрендә балалар ижады үҙәгендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинетын асыуҙа ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы асылған. Уның сиктәрендә компьютер техника, магнит-маркерлы таҡта, магнитлы тематик комплекттар, парталар һәм өҫтәлдәр, ЮХХДИ инспекторҙары формалары һәм башҡа төрлө атрибуттар алынған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинеты балаларға ҡағиҙәләрҙе генә өйрәтеп ҡалмай, ә профилактик сараларҙы ла киңерәк масштабта алып барыуға мөмкинлек бирәсәк.
Фото сайта отдела образования.