Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июнь 2021, 19:40

Илнур Салихов: Беҙҙе яңы уҡыу йылы борсой

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин менән булған тура бәйләнештә 3-сө класс уҡыусыһының: "Яңы уҡыу йылында уҡыу ниндәй форматта ойоштороласаҡ?" - тигән ябай һорауына ил башлығы яуап биреп, былай тине: "Барыһы ла яңы коронавирус

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназияһы директоры Илнур Рифат улы Салихов:
Каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан күптәрҙе 2021-2022 уҡыу йылы борсой. Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин менән булған тура бәйләнештә 3-сө класс уҡыусыһының: "Яңы уҡыу йылында уҡыу ниндәй форматта ойоштороласаҡ?" - тигән ябай һорауына ил башлығы яуап биреп, былай тине:
"Барыһы ла яңы коронавирус инфекцияһының нисек таралыуына бәйле. Коллективта ауырыусылар һаны әҙ булһа, ғәҙәти режимда уҡырһығыҙ. Уҙған йыл тәжрибәһенә таянып, 1-4 класс уҡыусыларының мәктәпкә йөрөтөп уҡытырбыҙ", - тине.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в