Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль 2021, 11:15

Иң әүҙемдәре – Башҡортостан студенттары!

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Бөтә Рәсәй президент платформаһы проектының “Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар” һөнәри конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Башҡортостандан 120-нән ашыу студент ярыштың дистанциялы этабында ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда, studtrek.ru конкурсының сайтында бөтәһе 12118 кеше теркәлгән.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә РФ Мәғариф министрлығы ярҙамы менән уҙғарыла.
1-10 февралдә конкурсанттар өс блоктан торған дистанцияла тест үтәсәк. Һәр тест өсөн 45 минут ваҡыт бүленә, өс көн эсендә ҡатнашыусы тест үтеү өсөн уңайлы ваҡытты үҙе билдәләй.
“Тестарҙың һәр блогы заданиеларҙы үтәү менән асыла барасаҡ. Рус теле, математика, физика, химия кеүек традицион предметтарҙан тыш, туған телдәр, буласаҡ башланғыс класс уҡытыусылары, мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар педагогтары өсөн, психология, педагогика, музыка, физкультура, һынлы сәнғәт буйынса ла тестар әҙерләнгән, - ти “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автоном коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Алексей Агафонов.
“Киләсәк уҡытыусыһы. Студенттар” конкурсында илдең 85 төбәгенән, шулай уҡ Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттары ла ҡатнаша.
Тест һөҙөмтәләре буйынса иң күп балл йыйған 600 ҡатнашыусы 24 февралдән 9 апрелгә тиклем Рәсәйҙең алты төбәгендә уҙғарыласаҡ ярымфиналда көс һынаша. 15О студент проекттың финалына сығасаҡ.
Автор: Римма Султанова.