Һаҡмар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 12:14
“Бер, ике, өс – беҙҙә бөтә көс!”
Ҡасандыр муйындарына ал галстук таҡҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар тап ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, барабан һуғып, пионер борғоһонда уйнап, парадҡа теҙелә торғайнылар. Һәр замандың үҙ талабы, тигәндәй, хәҙер инде пионерҙар ойошмаһын башҡа төрлө ойошмалар алыштырҙы. Шулай ҙа йыл һайын 19 май Пионерҙар көнө уҙғарылып килә.
Ҡасандыр муйындарына ал галстук таҡҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар тап ошо һүҙҙәрҙе әйтеп, барабан һуғып, пионер борғоһонда уйнап, парадҡа теҙелә торғайнылар. Һәр замандың үҙ талабы, тигәндәй, хәҙер инде пионерҙар ойошмаһын башҡа төрлө ойошмалар алыштырҙы. Шулай ҙа йыл һайын 19 май Пионерҙар көнө уҙғарылып килә.
Быйыл ҡала паркында слет үткәрелде. Унда йәмғеһе биш отряд үҙен күрһәтте. Квест формаһында ойошторолған был сарала ҡала мәктәптәре уҡыусылары ярышты.
Сара тематикаһы бик киң яҡлы булды. Пионерҙар Башҡортостандың 100 йыллығына арналған викторина һорауҙарына бик отҡор яуаптар бирҙеләр. Театр йылына йылына арналған “Барыһы ла актерҙар” ярышында әҫәрҙәр сәхнәләштерҙеләр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уның 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан әҫәрҙәре һәм тормош юлына ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙеләр. 20 май – Бөтә донъя СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Ошо уңайҙан балалар плакат эшләне. “Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит” акцияһында ла ҡатнаштылар. Балалар муйыл ағастары ултырттылар.
Ярыштың һәр этабын уңышлы үткән һайын балалар хәрефтәр яҙылған карточкалар алдылар. Аҙаҡ отряд командирҙары унан һөйләм төҙөргә тейеш ине. "Пионер -- тоғро дуҫ, өлкәндәрҙе хөрмәт, бәләкәстәрҙе ҡәҙер итегеҙ, һәр саҡ намыҫ менән эш итегеҙ" ("Пионер — надёжный товарищ, уважает старших, заботится о младших, всегда поступает по совести и чести"), тип яҙылған ине.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи