Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Август , 15:06

Гөлдәр Әлибаева

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән һуңғы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Гөлдәр Әлибаева. Гөлдәр апайҙың яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.

Гөлдәр Әлибаева
Гөлдәр Әлибаева
"Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" тигән интернеттағы конкурс тураһында уҡығас, күптән уйлағанымды яҙырға сәбәп булды. Ваҡытында әйтелгән рәхмәт, бигерәк ҙур рәхмәт бит ул. Уң яҡ, һул яҡ һәм ҡаршы күршеләремә рәхмәт әйтеп яҙам. Мәрхүмдәренә әйтеп өлгөрмәгән булһам, ғәфү итһендәр, урындары йәнәттә булһын.
 
Билалға килеп йәшәй башлағаныма ла 50 йыл булып килә. Өй һалып ингәнгә 45 йыл тирәһе. Өй һалырға булғас, бер-ике кеше "беҙгә күрше булығыҙ, бына урын, ана урын", тинеләр. Беҙ өй урынынан алда, күрше буласаҡ кешеләрҙе һайланыҡ. Мәстүрә апай (ҡоҙаса) һәм Рәфҡәт ағай (мәрхүм) Иҫәнъюловтар, Фәрзәнә апай һәм Риф ағай Мөхәмәдйәровтар менән аралаштыҡ. Күршенең күршеһе кем булыуы ла мөһим бит. Әхмәҙина Бибинур, Шаһибалова Мөхлиса, Рәхмәтуллина Гөлнур апайҙар менән аралаштыҡ. Хәҙер мәрхүмдәр инде. Бик һәйбәт, яҡшы күңелле апайҙар ине улар. Урындары ожмах түрендә булһын! Һул яҡ күрше булып төрлө кешеләр йәшәне. Бер мәл Сәғиҙә Ҡотоева йәшәне. Алыш-бирешкә ышаныслы кеше булды. Күсеп китте. Унан һуң үзбәге лә, эскәне лә булды. Бер арауыҡ араҡы магазины ла булды. Былар барыһы ла 90-сы йылдар...
 
Хәҙер инде ошо һул яҡ күршелә Аҫылбаева Гөлнира йәшәй. Ышаныслы ҡатын. Ә уң яҡ, ҡаршы яҡ күршеләремдең балалары менән аралашам. Йомош-фәлән, бүтән ярҙам веттехник Данистан. Берәй яҡҡа китһәм өй, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ мәрхүмә Фәрзәнә апайҙың улы Васил, кәләше Флүрә. Ҡаршыла йәшәгән Ямалов Рәүилде (мәрхүм) яҡшы кеше булды, тием. Элек бер-беребеҙгә инеү, хәл белеү йыш булһа, хәҙер ул юҡ кимәлдә. Аят мәжлестәренә саҡырышабыҙ. Ә "просто так" хәл белеү юҡ. Мин үҙем аҙнаһына бер тапҡыр ололарҙың хәлен белеп сығам. Күршеләрем һау ғына булһын! Барыһына ла рәхмәтем сикһеҙ!
 
Гөлдәр Әлибаева,
мәғариф ветераны,
Баймаҡ районы,
Билал ауылы 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в