Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Август , 08:37

Гүзәл Ғөбәйҙуллина

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Гүзәл Ғөбәйҙуллина. Гүзәлдең яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙылған һәм иң күп лайк йыйғандарҙың хатын "Һаҡмар" гәзите биттәрендә лә баҫтырабыҙ.

Гүзәл Ғөбәйҙуллина
Гүзәл Ғөбәйҙуллина

Мин дә күршеләрем тураһында әйтеп, маҡтап, бер аҙ яҙып үтергә ҡарар иттем. Үҙем Ишмырҙа ауылынан. 

Ни генә тиһәң дә,тормошта күршенән дә яҡыныраҡ кеше юҡ бит ул! Туғаның менән көн дә күрешеп булмай, ниндәй йомошоң килеп сыҡһа ла, иң элек күршендең ишеген ҡағаһың. Күршебеҙ Тотманов Мораҙым ағай бер ваҡытта ла һүҙебеҙҙе йыҡмай. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған эшлекле, эшһөйәр күршебеҙ бик матур итеп яңы өй кутәреп ултыртты. Мораҙым ағайға һаулыҡ һәм яңы өйөн төҙөп бөтөп, ҡотло һәм бәрәкәтле итеп йәшәүен теләйбеҙ! 

Аллаға шөкөр, бер-нисә өй аша торған күршеләребеҙ менән дә татыу йәшәйбеҙ. Улар -- Хәбир ағай Йәнбәков менән Рәүилә еңгай, Руслан ҡустым. Беҙ улар менән гелән бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, аралашып татыу йәшәйбеҙ. Улар оло йөрәкле, изге күңелле һәм ярҙамсылдар. Бик аҡыллы ҡыҙҙар үҫтерҙеләр, матур һәм аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, матур итеп гөрләп йәшәйҙәр.

Хәбир ағай менән Руслан ҡустымдың ҡулдарынан килмәгән эше юҡ, итәғәтле, алсаҡ, ярҙамсылдар. Ә шаян да, отҡор ҙа һүҙле булған Рәүилә еңгәбеҙ шул тиклем дә эшһөйәр, ниндәй гена йомошоң төшмәһен, бер ваҡыттала кире бороп сығармай, ярҙам итергә әҙер тора. Шундай күршеләрем булғанға рәхмәтлемен!

Хөрмәтле күршеләрем! Дуҫ булып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп иҫән имен һау йәшәйектәр! 

Гүзәл Ғөбәйҙуллина. 

Ишмырҙа ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в