Конкурстар
25 Мая 2022, 09:30

Сулпан Абдрахманова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Сулпан Абдрахманова. 

Сулпан АбдрахмановаСулпан Абдрахманова
Сулпан Абдрахманова

Ямғыр яуа

Ямғыр тып-тып яуа,

Ергә бит ул дауа.

Күңелгә хуш була

Ямғырҙан һуңғы һауа.

Күктә болоттар,

Ҡояшты ҡаплаған.

Йәм-йәшел болондар,

Тирә-йүн алланған.

Балалар һыу кисә,

Өйрәк -ҡаҙ йыуына.

Ағастар бөрөлә,

Үләндәр туйына.

Сулпан Абдрахманова,

Байым ауылының М.Байымов исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас