Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Май 2022, 10:54

Ауылым

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Икенсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Батыр Кейекбаев 

Ауылым
Ауылым

Ауылым

Үҙенсә бик матур һәр миҙгел,

Гузәллеген кургән саҡтарҙа.

Ҡоштар ҙа ҡайтыр һағынышып,

Талпынышып тыуған яҡтарға.

 

Һандуғастар йырлай үҙ моңон

Таң атҡанда һөйөү йырҙарын.

Һалҡын яҙҙы ҡыуып йәй килер,

Һәм йәшәрер урман-ҡырҙар.

 

Һеҙ ауылға ҡайтҡан һайын,

Үҙәк урамдан үткәндә.

Һеҙҙе ҡаршы ала ғорур һынлы

Алдар батыр һәйкәле.

 

Эә, һәйкәл, һинән һорайбыҙ

Именме тыуған яҡтар?

Доньяларҙың тыныслығын

Тораһың һаман һаҡлап. 

Батыр Кейекбаев, 

Икенсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: