Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Май 2022, 12:09

АВТОБИОГРАФИЯ

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов. 

АВТОБИОГРАФИЯ
АВТОБИОГРАФИЯ

УҘА КЕШЕЛӘР 

Шатлыҡ-ҡайғы игеҙәктәр-туғандар
Кеше менән бер ваҡытта тыуғандар.
Ҡайғырмайһың һис тә тиҙәр, ҡайһылар,
Йәшәгәстең була инде ҡайғылар. 

Йөрөһәм дә ҡайһы ваҡыт болоҡһоп,
Теләмәйем мин кешегә боҙоҡлоҡ.
Күкрәгемдә таш иларалыҡ моңло йыр,
Халҡым тиеп, хәсрәтләнгән ҡобайыр.

Шатлыҡтары ҡыуандырһа йөрәкте,
Ҡайғылары ҡыҫа минең күкрәкте.
Бармы икән тағы минең ишеләр,
Йөрәгемдән уҙа бөтә кешеләр. 

***

ФӘҺЕМ АЛ
Әйтмә ҡарттар ашаған тип, ашарын,
Йәштәр хәҙер бөтә эште башҡарһын.
Ололарҙың һүҙе булһын дилбегә,
Фәһем ал да, барып юлың билгелә. 

***

ДУҪТАР ТАБАМ
Йәшәгәс ярһып сабыу ҙа,
Шыуа белеү ҙә кәрәк.
Ғүмер таяғын һөйәүгә
Миңә әле иртәрәк.

Киң ҡапҡаларҙан да үттем,
Йылан һыймаҫ ярыҡтан.
Уҡшый-уҡшый эскән булды,
Нәжес аҡҡан арыҡтан.

Боҙ булып та туңғаным бар,
Утта дөрләп янғаным.
"Мә" тигәнгә ҡулым һоноп,
Яңағыма алғаным.

Берәүҙәр ярҙам иттеләр,
Кемелер ярҙан этте.
Һыуға тилмергән сағымда
Сүллеккә яҙмыш илтте.

Бар абынып ҡолағаным,
Башты ташҡа орғаным.
Һызланһам да көлә-көлә
Аяҡ өҫтө торғаным.

Таш булып та ҡатҡаным бар,
Май кеүек ирегәнем.
Уттан сығып ингәнем бар
Ялҡынға кирегә мин.

Күк үлән булды түшәгем,
Аҡ болоттар юрғаным.
Булманы татлы бал һорап
Тубыҡланып торғаным.

Ҡайҙа барһам дуҫтар табам,
Шул ергә ерегәмен.
Оло менән, кесе менән
Һүҙгә лә берегәмен.

***

АУЫЛ КИСЕ (бала саҡ)

Онотолмай кисен саң күтәреп 

Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыуы. 

Ағас араһынан нурын һибеп

Тандыр ғына ҡояш батыуы.

 

Ҡалҡҡан туҙан оҙаҡ эленеп тора,

Ел дә иҫмәй, тынсыу, томра.

Күләгәлә ятҡан быҙауҙар ҙа

Кисен генә кирелеп саҡ тора.

 

Онотолмай йәйге ауыл кисе,

Көтөү ҡайтҡандағы тауыштар.

Эңер төшкән саҡта хәтерләһәм

Күңелемде баҫа һағыштар. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: