

Шағирә һәм драматург Лилиә Ҡәйепованың (Лилиә Һаҡмар) 60 йәшлек юбилейы, Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылына арналған сценарийҙар конкурсы
ПОЛОЖЕНИЕһы
2022 йылдың 3 октябрендә күренекле башҡорт шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Ҡәйеповаға (Лилиә Һаҡмар) 60 йәш тула. Яҡташыбыҙ шиғриәт, драматургия, журналистика үҫешенә ижади эшмәкәрлеге менән тос өлөш индергән билдәле шәхестәрбеҙҙең береһе. Оҙаҡ йылдар республика матбуғат саралары
–“Башҡортостан ҡыҙы”, “Тамаша” журналдарында – эшләү дәүерендә үҙен төрлө ижади конкурстар, яңынан-яңы рубрикалар булдырыусы талантлы журналист итеп танытты.Уның «Йондоҙло күпер» мелодрамаһы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында мюзикл (реж. А. Ҡыуатова), «Ысыҡтағы ҡояш» мелодрамаһы буйынса Нефтекама дәүләт филармонияһында спектакль (реж. З. Аҙнабаева) ҡуйылды. «Балапан» драмаһы (2004), «Марс 500 йәки Марста йәшәү бармы?» сатирик драмаһы (2009) Республика драма әҫәрҙәре конкурстарында еңеүсе Дипломдарын яуланы. Әҙибәнең “Ҡар өҫтөндәге сабый” поэмаһы буйынса оҙаҡ йылдар дауамында мәктәп даирәһендә тәрбиәүи дәрестәр уҙғарылып килә. Лилиә Ҡәйепова – алты әҙәби китап авторы. Унда шиғырҙар, хикәйәләр, драмалар, сценарийҙар, тәржемәләр тупланған. Лилиә Һаҡмар әҫәрҙәре рус, украин, төрөк, татар телдәренә тәржемә ителгән.
Күренекле яҡташыбыҙ Лилиә Һаҡмарҙың юбилейы, Мәҙәни мираҫ йылына, Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылына арнап Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы әҙибә менән берлектә СЦЕНАРИЙҘАР КОНКУРСЫ иғлан итә. Ижади конкурста өлкәндәр: уҡытыусы, тәрбиәсе, китапханасы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән, теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың географияһы сикләнмәй.
КОНКУРСТЫҢ НОМИНАЦИЯЛАРЫ:
“Борон-борон заманда” – Башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн сара сценарийы.
“Шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ” – район, республика, ил үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә арналған сара сценарийы (әҙәбиәт, сәнғәт, тарих).
“Атайсалым – берҙән-берем” – илһөйәрлеккә, тыуған ергә, тәбиғәткә, ер-һыу атамаларына бәйле кисә, сара сценарийы.
“Йолаларыбыҙҙа - асылыбыҙ” – ҡыҙыҡлы милли йолаларға, байрамдарға бәйле сценарийҙар.
ЭШТӘРҘЕ ЕБӘРЕҮ ШАРТЫ:
Һәр ҡатнашыусынан бер номинацияға бер генә сценарий ҡабул ителә.
Сценарийҙар мотлаҡ Microsoft Word.doc йәки docx форматында баҫылһын.
Үҙегеҙ тураһында белешмә: исем-шәриф, тыуған йыл, йәшәгән урын, ниндәй һөнәр эйәһе йәки эш урыны, контакт саралары (телефон, почта адресы, электрон почта).
Эштәрҙе электрон хат итеп Baymakread@yandex.ru адресына ебәрергә.
Конкурс эштәрен ҡабул итеү ваҡыты: 1 апрель – 1 сентябрь, 2022 йыл.
БҮЛӘКЛӘҮ. Юбилярҙан, “Тамаша” республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналы редакцияһынан, Башҡортостан Яҙыусылар Союзынан махсус бүләктәр, Дипломдар ҡаралған.
Еңеүсе Дипломы алыусы эштәр (һәр номинациянан 1 сценарий) 2023 йыл дауамында “Тамаша” журналында баҫыласаҡ.
ЖЮРИ. Ижади эштәрҙе яҡташыбыҙ Лилиә Һаҡмар етәкселегендәге жюри баһалаясаҡ. Баһалама комиссияһында яҙыусылар, режиссерҙар, “Тамаша” журналы хеҙмәткәрҙәре лә буласаҡ.
МӨҺИМ ИҪКӘРМӘ. Сценарий жанрында, ғәҙәттә, төрлө-төрлө сығанаҡтан алынған шиғыр, йыр һүҙҙәре, проза йәки фәнни әҫәрҙәрҙән өҙөмтәләр ҙә ҡулланыла. Ошо өҙөмтәләрҙең авторы һәм ниндәй әҫәрҙән алыныуы һәр өҙөмтә ахырында (йәйә эсенә) яҙылыуы мотлаҡ. Тулыһынса үҙегеҙ уйлап сығарған әҙәби һәм Лилиә Һаҡмар шиғырҙары, поэмаларынан өҙөктәр ҡулланылған сценарийҙар юғары баһаланасаҡ.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74 (Баймаҡ үҙәк китапханаһы)
+79374912061 (Лилиә Ҡәйепова)