Конкурстар
28 Апреля 2022, 05:42

Венера Баһаутдинова

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдиновконкурсы  Ҡәҙерле дуҫтар! Ҡаршы алығыҙ: Зәйнәп Бейешованың ике туған һеңлеһе Венера Баһаутдинова (Аҡйондоҙ).  "Төркмәнгә гәзиттә сыҡҡан иғланды уҡып, ашығып, яңылыш ҡына килеп урынлашҡанбыҙ. Сибайҙағы туғандарҙың өгөтләүенә эйәреп, уларға яҡыныраҡ йәшәргә... Иптәшемдең ауылда йәшәгеһе килде, ул заманда Сибай тирәһендә өй һатылмай ине. Эсәр һыуҙар, күрәһеләр ошонда булған! Һөнәрем буйынса башта уҡытыусы булдым, аҙаҡ - нефтсе. Хәҙер хаҡлы ялдамын", - ти.  Ҡәҙерле дуҫтар! Аҡйондоҙҙоң шиғырҙарын сайттан уҡығыҙ.  Ҡәҙерле дуҫтар! Аҡйондоҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! 

Добавить в предпочтительные источники Google
Венера БаһаутдиноваВенера Баһаутдинова
Венера Баһаутдинова

Яҙ килде беҙгә!
Нур һибеп ергә!
Йылы яҡтарҙан
Ҡоштар ҡайталар...

Саңҡылдап осоп,
Күк йөҙөн ҡосоп,
Йылы яҡтарзан,
Алыҫ илдәрҙән!

Күңел шатлана
Уларҙы күреп.
Йөрәк дәртләнә
Осорҙай булып!

Бик ҡыуанабыҙ
Ҡоштар ҡайтҡанда!
Ҡаршы алабыҙ
Йәше-ҡарты ла!

Моңһоуланабыҙ
Йылы яҡтарға
Кире кикәндә,
Ҡышты сығырға...

Йәнем дә бергә
Осорҙай төҫлө,
Алыҫ ерҙәргә --
Булһам да иҫле!
("Аҡйондоҙ")


 * * *

Йырға һалыр инем...
Моңға һалыр инем
Күңелем уйҙарын,
Ййорәкте әрнеткән
Тибрәткән ҡылдарын...

Йырға һалыринем
Шатлыҡтан урғылып,
Һағыштан моңайып,
Нескәргән ҡылдарын!
(Аҡйондоҙ)
10. 04.2022йыл.

*. *. *

Яҙ килде беҙгә!
Һары офоҡто яҡтыртып,
Ал таң ата ла, һыҙылып!
Тағы көн тыуа яңырып,
Һауа ла китте йылынып...

Беҙгә лә яҙ килеп етте!
Күңел күтәрелеп китте,
Ҡояш бейеккә үрелә --
Бөтә тәбиғәт терелә!

Ағып бөттө ҡар һыуҙары,
Һыуҙар менән уйҙар аҡты,
Баҫып йөрәк ярһыуҙарын...
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтты,

Һағынышып тыуған яҡты!
Иҫләйҙәрҙер бала саҡты...
Ҡоштар моңо бында тулды,
Донъя матурыраҡ буллды!

Йәмләндереп бар яланды
Яҙғы сәскәләр биҙәне!
Йанләндереп бар донъяны,
Ер йөҙө йәшел төҫ алды!
(Аҡйондоҙ)

* * * 

Ҡайҙа һин, минең идеалым?

Ҡайҙаһың, һин, минең идеалым?
Аҙашып ҡалдыңмы, хыялым,
Алыҫта, күк томан артында?
Йәшлектә, күп йылдар сигендә?

Донъялар гиҙеп күп йөрөнөм,
Тик, һине осрата алманым.
Буш хыялымдан бик арыным!
Ҡаршымда һине һис күрмәнем...

Мин һине белмәйем: ниндәй һин?
Бәлки һин эргәмдә йөрөгәнһең?
Бәлки тик хыялда йәшәнең?..
Әллә һин донъяла булманың?

Әллә мин күктәрҙә йәшәнем...
Миңә гел: "Ергә төш!"-тинеләр.
"Кем эҙләй -- шул таба!"-тинеләр!
Ниңә һуң, янымда күрмәнем?

Маңлай күҙҙәре күрмәй, тиҙәр,
Күңелең күҙҙәре күрмәһә...
Тәңре түҙергә ҡуршҡан, тиҙәр,
Сабырҙар итермен, булмаһа!

***

 

Тормош юлдары

Тормош юлдары
Ҡатмарлы, тиҙәр.
Йәшлек йылдары--
Иҫәрлек, тиҙәр.

Ҡатмарлы түгел,
Үҙ(е)беҙ күп төрлө:
Хәйләкәр, ғәҙел,
Хатта, мәкерле!

Булһын ине тик
Донъяла сафлыҡ,
Ябай тоғролоҡ
Һәм аҡыллылыҡ!

Тормош юлдары
Булмаҫ бормалы!
Булыр көндәрең
Аяҙ, шатлыҡлы!

Бары йәшәһә
Тигеҙ, тәүфиҡле,
Хәйлә булмаһа --
Беҙ бик бәхетле!
Аҡйондоҙ, (22.04.2022йыл).
(Баһутдинова Венера)

* * * 

 

Йәй (А.С.Пушкинға эйәреп)
* *. *
"Ниндәй ҙә йәмле
Булыр ине йәй,
Әгәр булмһа
Себен-серекәй!

Һәм тын алмаҫтай
Эҫе лә туҙан!" -
Тип бөйөк шағир
Юҡҡа яҙмаған!

САҒЫШТЫРЫУ БУЛМАҺА...

Нисек беленер ине
Бейеклеге тауҙарҙың,
Нисек беҙ белер инек
Тәрәнлеген һыуҙарҙың,

Ер йөҙөндә булмаһа?
Аҙашҡанда яҙмышта,
Алда маяҡ тормаһа,
Боролошло тормошта?

Нимә була дөрөҫлөк,
Әрнетмәһә ялғанлыҡ?
Ә булмаһа -- ауырлыҡ,
Һис беленмәҫ -- еңеллек!

Нимә була мөхәббәт --
Ялҡынында янмаһаҡ!
Нисек була ул нәфрәт --
Хыянаттан көймәһәк...

Белмәҫ инек үлемде,
Йәшәмәһәк донъяла!
Алмаҫ инек Белемде,
Сағыштырыу булмаһа!

Сағыштырыу -- белергә,
Көс -- көрәштә еңергә,
Ауырлыҡтар -- һынарға,
Йәшәү тәмен татырға!

Умырзая
       
Ҡарлы боҙҙо ярып,
Умырзая сыҡҡан!
Күҙҙе һоҡландырып,
Ул ҡояшҡа баҡҡан...

Иҫ киткес -- күк сәскә!
Тик, ғүмере -- ҡыҫҡа...
Тәбиғәтте йәмләп,
Ник, йәй йәшәмәҫкә!?

Аҡйондоҙ. 
(Баһутдинова Венера)

Автор:Эльмира Киеккужина