

Сөсө икмәк
Зәкиә Сөләймәнова.
Хикәйә
Сәйҙә, өйрәнгән ғәҙәте буйынса таң һарыһы менән уянды ла, белгән доғаларын уҡып, имен таң аттырыуына ҡыуанып, шөкөр итеп, бер аҙ уйланып ята бирҙе. Өй эсе ҡәҙимге яҡтырғайны инде. Урынына тороп кейенеп алды ла урындыҡта теҙелешеп йоҡлап ятҡан балаларына ҡарап тора бирҙе. Унан юрғандарын матурлап ябып, арҡаларынан һөйөп алды. Һәүкәшен һауырға тышҡа сыҡты. Ауыр һуғыш ваҡытында берҙән-бер терәге булған, ҡәҙерле малҡайына йылы һүҙҙәрен йәлләмәй, иркәләп кенә һауып алды. Унан көтөүгә ҡыуып алып китте.
Ишек алдына үҙе кирбес һуғып, әтмәләп алған мейесенә ут яғып ебәрҙе лә, келәт эсендәге он һаҡланған ҡәҙерле һандығын асты. Һандыҡ төбөндәге ярты биҙрәләй ондо ҡулы менән һыйпап, тигеҙләп тора биргәс, өс өлөшкә бүлеп, сөсөләй ҡамыр баҫырға булды. Сәйҙәнең күптән икмәк бешергәне юҡ ине. Нормаға тейгән ондо самалап ҡына йә ыумасҡа, йә һөтлө туҡмасҡа ғына тотоналар. Ярай әле картуф үҙҙәренеке. Йән башына үлсәп таратылған он ғынаһы Сәйҙәгә икмәккә етмәй ҙә ҡала шул. Сәйҙә ондо ҡәҙерләп кенә иләп алдыла ағас алдырға һалып:
- Бисмилләһир-рахманир Рәхим, мин түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулдары баҫа, - тип ҡыуана-шатлана ҡамыр баҫты. Түңәрәк кенә итеп, туҡмас таяҡ менән йәйҙе, мейес өлгөргәйне инде. Икмәген бешерергә ултыртып, үҙе көйәнтәһен иңбашына элеп шишмәгә һыуға китте.
Көн башланып, ҡояш ҡалҡыуға тирә-яҡҡа тәмле икмәк еҫе таралды.
Күршелә генә йәшәгән, кәртә башында ҡунып йөрөгән ун бер йәшлек етем малайҙы йоҡонан уятып, танауын ҡытыҡланы, ауыҙ һыуын ҡойолдороп, төкөрөгөн йота-йота ергә төшөргә мәжбүр итте. Малай мейес янына килде лә, ауыҙын асып, һап-һары булып бешеп килгән икмәкте күреп, башы әйләнде, йөрәге тибеүҙән туҡтап, алҡымына тығылғандай булды.
Малай үҙелә аңғармай, мейестәге эҫе икмәккә урелде, ҡулының бешеүенә лә ҡарамай бүлеп алып, ике ҡулында алмаш-тилмәш өрөп һикерттелә, ауыҙына ҡапты, теле, ирендәре бешеүенә ҡарамай ҡабаланып сәйнәп йотто. Шишмәнән ҡайтып ингән Сәйҙә шаҡ ҡатып торҙола биҙрәләрен ултыртып, көйәнтәһен тотоп малайға ташланыуы булды, малай эҫе икмәкте күкрәгенә ҡыҫып, урам тышына йүгерҙе. Ул арала Сәйҙәнең елгәргән көйәнтәһенә эләгеп, саңлы ергә йөҙтүбән ауҙы. Ҡот осҡос тауыш менән үкереп, аяҡ ҡулдары менән саңлы ерҙе боролдатып туҡманы. Артынан килеп еткән Сәйҙә:
- Бир икмәкте! - тип яурынан һелкеттеүенә лә малай ҡырағай тауыш ҡына сығарҙы.
Сәйҙә көс-хәл менән йән көсөнә тулаған малайҙы әйләндереп һалдыла телһеҙ ҡалды, ике күҙенән сорлап йәше аҡҡан аңһыҙ малайҙың йоҡаҡ ҡына эс тиреһенә эҫе икмәк батып инеп, үтә күренмәле ябыҡ ҡабырғаларын күрҙе. Сәйҙә быуыны бөтөп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, башын тотоп, сеңләп илай-илай ергә ултырҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлығын юйып, Сәйҙәнең үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп, сеңләп кенә илауында, танһыҡҡа ғына бешергән ҡәҙерле икмәкте ҡыҙғаныу түгел, аслыҡтан ошо хәлгә ҡалған малайҙы йәлләү һәм нисә йылға һуҙылған аяуһыҙ һуғышҡа тиңһеҙ нәфрәт бар ине.
Зәкиә Сөләймәнова.