Конкурстар
5 Марта 2022, 04:13

Һылыу ҡыҙҙар, ғәзиз әсәләр...

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Байыш ауылынан мәғариф ветераны Фәниә Шәйәхмәтова.  Фәниә Дидар ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, шиғыр яҙған. Ә шиғәрҙә сайттан инеп уҡығыҙ!  Ҡәҙерле дуҫтар! Фәниә Шәйәхмәтованың ҡотлау шиғырын уҡығыҙ һәм авторҙы хуплап, лайктар ҡуйығыҙ.  Конкурсантыбыҙҙың ҡотлау шиғырын  Ҡәҙерле дуҫтар! Әгәр көмөш биҙәнеү әйберен оторға теләһәгеҙ, беҙҙең конкурсыбыҙға ҡушылығыҙ! Ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе, гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлағыҙ. Нисекме? Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ: теләйһегеҙ икән -- йырлағыҙ, теләһәгеҙ бейегеҙ, шиғыр һөйләгеҙ, яҙығыҙ, ябай ғына һүҙҙәр менән ҡотлағыҙ! Барыһы ла һеҙҙең фантазиянан тора. Ә бына бүләкте һеҙгә беҙҙең спонсорыбыҙ бирә. 

Һылыу ҡыҙҙар,ғәзиз әсәләр...Һылыу ҡыҙҙар,ғәзиз әсәләр...
Һылыу ҡыҙҙар,ғәзиз әсәләр...

Һылыу ҡыҙҙар,ғәзиз әсәләр,
Һөйкөмлө,алсаҡ еңгәләр,
Тыйнаҡ ҡына йәп-йәш килендәр...
8-се Март байрамын
Йыл да улар һағынып көтәләр.

Мин ҡотлайым һеҙҙе, гүзәл заттар.
Һеҙ бит ерҙәге фәрештәләр.
Бәхет,шатлыҡтарға сорналып
Атһын һеҙҙең һәр бер иртәләр.

Мөхәббәттән балҡып торһон
Ғүмерлеккә ҡорған ояғыҙ.
Һеҙ үҫтергән матур балалар:
-Мин бәхетле,-тиеп үҫһендәр.

Бирешмәйсә ауырлыҡтарға
Алға табан һаман барығыҙ!
Изгелектәргә төрөнгән
Гөлләмәмде ҡабул итегеҙ.

Фәниә Шәйәхмәтова, 
Байыш ауылынан мәғариф ветераны. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас