Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Июль , 16:22

Беҙҙең класс- класс!

Ниһайәт, “Һаҡмар” гәзитенең төркөмө дуҫтары араһында иғлан иткән “Беҙҙең класс- класс!” конкурсына йомғаҡ яһаны. Әйтергә кәрәк, конкурс бик ҡыҙыу барҙы. Тауыш биреүҙә бер көн бер фото алда барһа, төн сыҡҡансы уны икенсеһе уҙып китә. Шундай әүҙем, янып торған дуҫтарыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бөгөн конкурста еңеүселәрҙе ҡотлап, приздар тапшырҙыҡ.

Ниһайәт, “Һаҡмар” гәзитенең төркөмө дуҫтары араһында иғлан иткән “Беҙҙең класс- класс!” конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Әйтергә кәрәк, конкурс бик ҡыҙыу барҙы. Тауыш биреүҙә бер көн бер фото алда барһа, төн сыҡҡансы уны икенсеһе уҙып китә. Шундай әүҙем, янып торған дуҫтарыбыҙ булыуы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бөгөн конкурста еңеүселәрҙе ҡотлап, приздар тапшырҙыҡ.

Шулай итеп, беренсе урынды Байыш мәктәбен 2000 йылда тамамлаусылар яуланы. Гөлназ Таштимерова ебәргән фото 543 тауыш йыйған ине. Байыштарҙың берҙәмлеге һоҡландырҙы. “Ял итеп ҡайтһам, беҙ артта ҡалғанбыҙ. Шунан класташтарым менән бергә керештек бөтәһен дә егергә. Онотолған дуҫтар ҙа иҫкә төштө. Башҡорттар араһында улар бөткәс, рус милләтендәгеләргә үтенес ебәрҙек. Шулайтып класташтарыбыҙ менән бергәләшеп еңеп сыҡтыҡ”, - тине Гөлназ Таштимерова. Байыштар беренсе уҡытыусылары Мәҙинә Таһир ҡыҙы Вәлиева менән класс етәкселәре Зифа Сәғәҙәт ҡыҙы Әлибаева оло рәхмәттәрен еткерә.

Икенсе урынды 473 тауыш менән Йомаштан Илзидә Рысҡужина алды. “Тәүҙә Иҫке Сибайҙар менән ярыштыҡ. Бер көн йоҡлап торһаҡ, беҙҙе байыштар үтеп киткән, аптырап киттек. Улар бит бөтөнләй артта бара инек, шуға иғтибар ҙа итмәнек. Әле класташтарым һеҙгә сәләм әйтеп ебәрҙе, бала саҡтағылай, туҡмалаһығыҙ, тип, беҙҙе үтеп киткән өсөн. Сәләмдәрен тапшырам”, - тип шаярыу ҡатыш әйткән сәләмен, башҡа класташтар ҡыуанып ҡабул итте. Йомаштар класс етәкселәре Гөлдәр Фәтхетдин ҡыҙы Әбүбәкированы ла һағынып иҫкә алды.

Өсөнсө урынды Иҫке Сибайҙан Дилә Ирназарова яуланы. 1978 йылда мәктәпте 32 уҡыусы тамамлаған. “Беҙҙең кластан уҡытыусылар ҡурҡып тора торғайны. 22 малай булды. Бөтәһе лә ныҡ шуҡ булды. Ә бөгөн улар шундай әүҙемдәр, бынамын тигән ир-егеттәр! Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа шәп беҙҙең. Беренсе уҡытыусыбыҙ Фәнисә Шаһивәли ҡыҙы Рафиҡова менән класс етәксебеҙ Гүзәл Вәли ҡыҙы Хәлитоваға беҙҙең менән эшләүе еңел булмағандыр инде. Ә шулай ҙа улар беҙҙе кеше итеп сығарҙы”, - тине Дилә Ирназарова рәхмәтен белдереп.

Еңеү яулаған класташтарға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы, аш-һыу оҫтаһы Мәнәүрә Арсланова үҙенең иҫ киткес тәмле приздарын бүләк итте. Яңы ғына мейестән сыҡҡан эҫе генә бәлештәрҙе класташтар ҡыуанып ҡабул итте.

Конкурстың бағыусыһы Мәнәүрә Арслановаға, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Беҙҙең класс- класс!