Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Июль , 12:34

Фольклориадала халыҡ корреспонденты бул һәм Iphone йә iPad ал

Әле Башҡортостанда VI Бөтә донъя Фольклориадаһы CIOFF®️ бара. Был көндәрҙә ғәжәйеп байрамдың шаһиты булып ҡына ҡалмағыҙ, хатта халыҡ корреспонденты булып, Iphone 12 йә iPad отоп алырға тырышығыҙ.

Әле Башҡортостанда VI Бөтә донъя Фольклориадаһы CIOFF®️ бара. Был көндәрҙә ғәжәйеп байрамдың шаһиты булып ҡына ҡалмағыҙ, хатта халыҡ корреспонденты булып, Iphone 12 йә iPad отоп алырға тырышығыҙ. Бының
өсөн ҡыҙыҡлы видео, фото төшөрөп, 3-10 июлгә тиклем социаль селтәрҙәге диуарығыҙға урынлаштырыу кәрәк. Конкурста һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.
"Минең фольклориадам" видеороликтар конкурсы Instagram, Facebook, ВК селтәрҙәрендә үткәрелә. Төшөргән видеоны #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырырға онотмағыҙ. Еңеүсе лайктар һанына ҡарап билдәләнә. Приз – iPad.
"Минең фольклориадам" фотоконкурсы ла Instagram, Facebook, ВК селтәрендә үтә. Үҙенсәлекле фотоларҙы #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырығыҙ. Лайктар һанына ҡарап еңеүсе билдәләнә. 1-се урынға - Iphone 12, 2-се һәм 3-сө урындарға бүләккә портатив колонкалар бирелә.
Конкурс һөҙөмтәһе 2021 йылдың 10 июлендә билдәләнә.
Фольклориада яңылыҡтары менән Бәйләнештә сайтындағы https://vk.com/folkloriada2021 төркөмөндә танышып бара алаһығыҙ.
Автор:Эльмира Киеккужина