Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Сентября , 11:05

Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры урында уҡ һәләк була

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булғанҠурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған
Ҡурҡыныс аварияла ике кеше һәләк булған

Өфө янында еңел машина мәктәп автобусы менән бәрелешкән: ике кеше һәләк булған Авария Өфө-Шишмә - Ҡырғыҙ Миәкә юлының 14 - се километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2112 водителе Шишмә яғынан Өфө йүнәлешендә барған һәм ҡаршы килгән мәктәп автобусы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм пассажиры урында уҡ һәләк була. Автобуста 21 бала һәм бер оҙатыусы була. Уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Транспорт механик зыян күрә. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гузель Салихова