Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Февраль 2022, 15:20

Ҡәйнәһенә үс итеп...

үҙен салған!

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәт буйынса, һуңғы ете көн эсендә 134 хәл-ваҡиға булған, шуның 18-ҙе криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау, урлыҡ, мутлашыу осраҡтары арта. Водитель таныҡлығы алыуҙа ярҙам итәм тигән мутлашыусы тотолған, ул 109105 һум аҡса үҙләштергән. Аҡморон ауылында ҡәйнәһе менән талашҡан килен үҙен салып, үлергә маташҡан. Асҡар - Әлмөхәмәт – Сибай юлында Баймаҡ кешеһе аттар өҫтөнә барып менә һәм ауыр йәрәхәт ала.  

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл-хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 197    осраҡ теркәлгән. 8 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 12 водитель тотолған, шуларҙың 3-һе ҡайтанан эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: