Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Февраль 2022, 14:40

"Ҡыҙыл әтәс" ҡотора

Һуңғы биш көндә районда ике янғын сыҡты. Икеһендә лә өй янды.

Һуңғы биш көндә районда ике янғын сыҡты. Икеһендә лә өй янды. 6 февралдә Беренсе Этҡолда өй яна. 9 февралдә иһә Иҫке Сибайҙа өй һәм усаҡлыҡҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡуна. Өй уттан зыян күрһә, усаҡлыҡ янып бөтә. Ике янғын да төҙөк булмаған электр ҡоролмаларынан сыҡҡан.

Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Бәлә беҙҙе урап үтәсәк, тип яңылыша күрмәгеҙ.

Фото Сибай ауыл биләмәһе хакимиәтенең сайтынан алынды.

"Ҡыҙыл әтәс" ҡотора
"Ҡыҙыл әтәс" ҡотора
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: