Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Февраль 2022, 15:15

Күрше күрше менән, туған туған менән һуғыша

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәт буйынса, һуңғы ете көн эсендә 127 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ҙы криминаль характерға эйә. Һуңғы осорҙа күрше менән кршенең, туғандарҙың һуғышыу осраҡтары арта. Инвестиция компанияларына 277 мең, 122 мең һум аҡса һалыусылар ойоштороусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап ғариза яҙған. Шулай уҡ телефондарҙы ла урлайҙар. Юғалған 2 ат оператив эш итеү һөҙөмтәһендә тиҙ арала табыла. Үҙ-үҙенә ҡул һалған осраҡ теркәлгән. Бер кеше туҡмап үлтерелә. Сибай һәм Баймаҡ эске эштәр бүлегенең оператив эш һөҙөмтәһендә, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында рөхсәтһеҙ спиртлы эсемле менән һатыу итеүсе тотола. Унан 115 литр спирт һәм 150 блок тәмәке тартып алына. Ишмырҙа ауылында ла иҫерткес эсемлек менән һатыу итеүсе эләгә.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл-хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 121     осраҡ теркәлгән. 2 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 2 водитель тотолған.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: