Һаҡмар
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Января 2022, 09:40

Уҡыусы малай физкультура дәресендә ике ҡулын да туңдырған

-

Добавить в предпочтительные источники Google

Уҡыусы малай физкультура дәресендә ике ҡулын да туңдырған. Дәрес тышта үткән. Ул уҡытыусыһына бейәләйҙәрен класта онотоп ҡалдырыуы тураһында белдергән. Ләкин ул бейәләйҙәрен инеп алып сығырға рөхсәт итмәгән. Һөҙөмтәлә малайҙың ике ҡулы ла туңған.

Атаһы улын дәрестән  алырға килгәнендә, уның ике ҡулы ла шешеп, илап тороуын күрә. Класс етәксеһе был хәл тураһында социаль селтәрҙә генә белеп ҡала. Врачтар малайҙың ике ҡулының да ныҡ өшөүен 1-се дәрәжә менән билдәләй. Әлеге ваҡытта малайҙың әсәһе прокуратураға мөрәжәғәт итәсәге хаҡында белдерә.

Был хәл Екатеринбург ҡалаһы эргәһендәге Садовый ҡасабаһындағы мәктәптә теркәлгән.

Сығанаҡ: "Главные новости"

 

 

Автор:Лилия Такаева