Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2021, 17:21

Педофил тотолған!

Бүздәк районында ҡылынған ҡот осҡос енәйәтсе тотолған - 57 йәшлек педофилды ҡулға алғандар. Ул һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләүҙә ғәйепләнә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип белдерә. 

Тикшереү асыҡлауынса, 17 октябрҙә был ир мәктәптән ҡайтып барған һигеҙәр йәшлек ике баланы ултыртып ала. Малайҙы өйө янында төшөрөп ҡалдыра, ә ҡыҙ баланы ҡыҙҙы мәсхәрәләй.

Әҙәм аҡтығын тотоу өсөн тәфтишселәр менән оперативниктар бергәләп етди эҙләү-оператив саралары үткәрә. Һөҙөмтәлә енәйәтсенең шәхесе асыҡлана.

Педофил үҙенең "Lada Largus" машинаһында Бәләбәй районында табыла. Ул үҙ ғәйебен таный.

Уға ҡарата иң ҡаты хөкөүм бирелеүен теләйбеҙ!

Педофил тотолған!
Автор:Лилия Такаева