Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Октябрь 2021, 14:19

Мәктәптә тағы ла атыу тауышы...

12 йәшлек малай класташтарына атырға теләгән!

Премь крайының Сарс сасабаһында бер уҡыусы бала мәктәпкә «Сайга» карабины килтергән һәм ике мәртәбә: түбәгә һәм стенаға атҡан.  12 йәшлек малай түбәгә һәм стенаға атҡан. Баҡтиһәң, ул класташтары менән һүҙгә килешкән булған. Шунлыҡтан, ҡулына ҡорал алған.

Әле полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙың ҡулына ҡорал ҡайҙан килеп эләккәнен тикшерә.

Атыш мәлендә мәктәптә 300-ҙән ашыу уҡыусы һәм 30 педагог булған. Береһе лә зыян күрмәгән.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: