Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Октябрь 2021, 14:10

4-се класта уҡыған ҡыҙ баланы урлай яҙған

Был кешене кем таный, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ!

Бүздәк районының Уртакүл ауылында билдәһеҙ бер ир кеше 4-се класс уҡыусыһын урларға маташҡан. Ҡыҙыҡай ныҡ итеп ҡысҡыра башлағас, үтеп барыусылар иғтибар итеп, йүгереп килеп, ҡотҡарып ҡалғандар. Ҡәбәхәт ир ҡасып ҡотолған. Әлеге көндә 35-40 йәштәр тирәһендәге был ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Йәшел төҫтәге каплы камуфляж форма кейгән. Тәү фараздар буйынса, ул көмөш төҫтәге “Лада Ларгус” машинаһында йөрөй.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар 

4-се класта уҡыған ҡыҙ баланы урлай яҙған
Автор:Лилия Такаева