Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2021, 16:45

Янғында ике оло кешенең ғүмере өҙөлгән

-

Бөгөн таңғы сәғәт 4-тә Бүздәк районы Иҫке Шығай ауылындағы бер хужалыҡта йорт янып китә, тип хәбәр итә, Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Ярҙам тиҙ килеп етә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең ғүмере өҙөлә. Янған урынды таҙартҡанда 1939 йылғы ир менән ҡатындың мәйеттәре табыла. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

 

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Янғында ике оло кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:Лилия Такаева