Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Сентябрь 2021, 16:20

Ағас урлап һаталар...

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 136 хәл-ваҡиға булған, шуның 12-е криминаль характерға эйә. Юлыҡ участка урмансылығында рөхсәтһеҙ ҡарағай ағастары ҡырҡыу осрағы теркәлгән. Байыш ауылында бер йылҡы малы юғалған. Темәс участка урмансылығынан 16 ҡарағай ағас урланған. Бер ҡатын ҡыҙы туҡмай, тип хәбәр иткән. Шундай уҡ хәл Байым ауылында ла булған – бер ир ҡатынын туҡмаған. Ошоға оҡшаш хәл Хәсән ауылында ла тьеркәлгән. Баймаҡ ҡалаһында рөхсәтһеҙ алкоголле эсемлек һатыусы тотолған. Йомаш ауылынан Силәбегә эшкә киткән бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Темәс ауылында ата-әсәлек бурысын үтәмәгән бер ғаилә асыҡланған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса 16 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Темәс ауылында иҫерек килеш машина менән идара иткән 1 кеше эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Ағас урлап һаталар...
Автор:Лилия Такаева