Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
20 Сентябрь 2021, 15:25

Башҡортостан Башлығы Пермдәге фажиғәнән һуң күрһәтмәләр бирҙе

-

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына Пермдәге фажиғәнең хәл-шарттарына төшөнөргә һәм уҡыусыларҙың, студенттарҙың хәүефһеҙлеге буйынса тейешле саралар күрергә ҡушты.

«Яңыраҡ Ҡазанда фажиғә булғайны, хәҙер Пермдә. Шөғөлләнегеҙ, һуңынан миңә хәбәр итерһегеҙ», — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

20 сентябрҙә Тимур исемле егет атыу  ҡоралы  менән Пермь дәүләт университеты биләмәһенә үтеп инеп, атыш ойошторған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш кеше үлгән, алтауһы яраланған. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, енәйәтсе юҡ ителгән. Билдәле булыуынса, ул енәйәт ҡылырға бер нисә минут ҡалғас социаль селтәргә экстремист түгеллеге һәм сәйәси эшмәкәрлеккә вайымһыҙлығы тураһында яҙма һалған. Быны ул күптән әҙерләгән: «Ошо хаҡта күптән уйлай инем, йылдар үтте, мин хыялланғанымды эшләргә ваҡыт еткәнен аңланым».

 

https://www.bashinform.ru/news/1647705-glava-bashkirii-dal-ryad-porucheniy-posle-tragedii-v-permi/  

Башҡортостан Башлығы Пермдәге фажиғәнән һуң күрһәтмәләр бирҙе
Автор: