Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Июль , 13:05

Уға 53 йәш булған

Машинистың кәүҙәһен тапҡандар.

Хәйбулла районындағы “Юбилей” ятҡылығында тау тоҡомо ишелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек ине.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡотҡарыу эше шунда уҡ башланған. Ләкин улар бер тәүлектән һуң ғына машинист эшләгән ергә барып етә алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыуанырлыҡ хәбәр юҡ. Уның кәүҙәһен үҙе эшләгән йөк ташыу-бушатыу машинаһы кабинаһынан сығарғандар. Машинисҡа 53 йәш булған.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.
Фото: ria.ru
Автор:Лилия Такаева