Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Июль , 12:45

Бер юлы ике кешенең ғүмере өҙөлдө...

аварияла бәрелешкәндәр. Хәйбуллала...

Бөгөн төндә Хәйбулла районында Юлдыбай-Аҡъяр юлының 58-се саҡрымында (Бүребай яғынан Аҡъяр араһында)"Skoda Octavia" автомобиле менән "ИЖ Планета" мотоциклы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 24 йәшлек егеттең һәм уның 20 йәшлек пассажирының ғүмере авария урынында өҙөлә. Асыҡланыуынса, мотоциклисттың водитель таныҡлығы булмаған. Икеһе лә шлем кеймәгән. Автомобиль водителе әйтеүенсә, мотоциклдың артҡы фары янмаған, ә мотоциклистың һәм уның пассажирының яҡтыртҡысты сағылдырған элементтары булмаған. Юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Фото: Баш ЮХХДИ
Автор:Лилия Такаева