Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
8 Июль , 15:56

Кисә 7 июлдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән...

бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм тағы ла 16 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Кисә 7 июлдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм тағы ла 16 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

 Көндөҙ Өфө районында Һамар-Өфө-Силәбе трассаһының 1465-се саҡрымында 35 йәшлек ир «Рено Мастер» йөк фургоны менән идара иткәндә алда барған КамАЗ-ға төкөй. Авария һөҙөмтәһендә «Рено» фургонының водителе ваҡиға урынында вафат була. Билдәле булыуынса, КамАЗ юл һыҙаттарын билдәләп йөрөгән юл техникаһын оҙатып барған. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

 

Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2100 юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 34 иҫерек водитель тотолған.

 

 

фото:ЮХХДИ

Кисә 7 июлдә республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлгән...
Автор:Лилия Такаева