Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
5 Июль , 08:50

Ни өсөн...

ҡатынын туҡмап үлтергән?

Салауат районында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Ире өйөнә ҡайтып инһә, ҡатынының ныҡ ҡына иҫерек икәнен күрә. Асыуы ҡабарған ир был хәлгә түҙмәй уны туҡмай һәм йоҡларға ята. Иртәнсәк иһә ҡатынының үлгәнен күрә. Полицияға шылтыратып, хәлде һөйләп бирә. Әгәр ҙә ирҙең ғәйебе асыҡланһа - уны төрмә көтә. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Фото интернеттан алынды.
Автор:Лилия Такаева