Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Июль , 16:00

Һыуытҡыс эсендә тағы бер бала...

тонсоҡҡан!..

Күптән түгел Ҡаҙағстанда уйнап йөрөгән ике малайҙың тышта ултырған боҙоҡ һыуытҡысҡа инеп йәшеренеп, тонсоғоп үлеүҙәре хаҡындағы хәбәр бар донъяны тетрәндергәйне. Шундай уҡ хәл Башҡортостанда ла теркәлде. Яңауыл районында ла уйнап йөрөгән 7 йәшлек бер малай шунда инеп йәшеренә һәм кире асып сыға алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙа тапҡанда бик һуң була. Уны ҡотҡарып ҡала алмайҙар.

Зинһар, кемдәрҙең боҙоҡ һыуытҡыстары ултыра - ҡотолоғоҙ шуларҙан.

Фото интернеттан алынды.

Һыуытҡыс эсендә тағы бер бала...