Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Июль , 16:10

ИКЕ БАЛА ҠОЯШТА ҠЫҘҒАН МАШИНАЛА БЕШЕП ҮЛГӘН...

-

Фажиғә Ростов өлкәһенең Глубокий ҡаласағында теркәлгән. Ике бәләкәс ҡыҙыҡай (береһенә 2, ә икенсеһенә 2 йәш тә тулмаған) урамда уйнап йөрөгәндәр. Улар "Лада" машинаһына инеп ултырған һәм кире сыға алмағандар. Ҡояш аҫтында ҡыҙып ултырған машинала температура бик юғары була. Һөҙөмтәлә ике ҡыҙсыҡтың да ғүмере өҙөлә. Килеп еткән "Ашығыс ярҙам" уларҙың һәләк булыуҙарын билдәләй.
Әлеге ваҡытта бик юғары һауа температураһы хакимлыҡ итә. Зинһар, балаларҙы күҙҙән яҙҙырмағыҙ.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева