Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Февраль 2021, 11:55

Ике баланы яндырып үлтерергә теләгән

Был хәл...

Бер ир аҡтығы ике балаһын яндырып үлтерергә уйлаған. Был хәл былтыр 18 ноябрҙә Бийск ҡалаһындағы урамдарҙың береһендә була. 33 йәшлек ир урамда элек бергә йәшәгән ҡатынын осрата. Ә уныһы балаларҙың ауырыуы һәм дарыуханаға китеп барыуын әйтә. Был ваҡытта 11 йәшлек ҡыҙ һәм уртаҡ никахтан булған 3 йәшлек улдары өйҙә үҙҙәре генә була. Ир йораты эскә үтеп инергә маташа, тик бикле була. Асыуы ҡабарған әҙәм, өйҙең ағас стеналарына яна торған шыйыҡса һибә һәм ут төртә. Бөтә ерҙе ут ялмап алғанын белгәс, яҡындағы өй артына йәшенеп, күҙәтә башлай. Шул саҡта урамда үтеп барған ир янғын сығыуын күреп ҡала һәм балаларҙы ҡотҡара.

Тикшереү барышында ир ғәйебен өлөшләтә таный, ул иҫерек булыуын һәм балаларҙы ҡурҡытырға ғына теләүен әйтә. Махсус рәүештә балаларҙы яндырып үлтерергә теләгән был әҙәм хәҙер төрмәлә нисек шаяртырға япамағанлығын аңлар, моғайын.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Читайте нас в