Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Ғинуар 2021, 16:55

Ике йорт янған

Тағы ла ике ғаилә зыян күргән.

1 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһы Йолалы урамындағы бер йорт-хужалыҡта һарай янып китә. Сәбәптәре асыҡлана.

4 ғинуарҙа, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, Байыш ауылында өй яна.

8 ғинуарҙа Түбәнге Таһир ауылындағы бер йорттоң түбәһе янып китә.

2020 йылдың 28 декабренә ҡарата алынған мәғлүмәт буйынса, йорттарға 7876 дана янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған. шул уҡ ваҡытта иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәгеҙ! Балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ! Шырпыларҙы уларҙың ҡулы еткән ерҙә һаҡламағыҙ!

Читайте нас в