Бөтә яңылыҡтар

17 мартта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

17 мартта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул айҡанлы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Динар Хәлитов райондың мөһим был тармағы буйынса быйыл районда башҡарыласаҡ саралар планы менән таныштырҙы.

"Уңайлы ҡала мөхите", "Башҡортостан ихаталары" махсус программалары ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡала халҡы ла ҙур өлөш индерәсәк. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлау буйынса ла күп саралар көтөлә. "Ҡый" реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса алда ҙур эштәр көтә.
Халыҡҡа коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиеларҙың матди-техник базаһын нығытыу, инженер селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса ла саралар планлаштырылған.
"Тыуған урам" республика программаһына ярашлы, ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт япмаһы түшәү ҡарала. Шул уҡ ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла эштәр планға алынған.