Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
25 Апрель 2022, 21:00

Мунсаларының эҫеһе юҡ!

Шунда мин эҫе һала торған ергә бер сүмес һыу һиптем дә үҙем тиҙ генә табан ялтыраттым. Эләүкәлә Нурислам күҙҙәре ташпайып ултырып ҡалды...

Мунсаларының эҫеһе юҡ!
Мунсаларының эҫеһе юҡ!

Мунсаларының эҫеһе юҡ

Мәҙәк хәл

Оҙаҡ йылдар ҙур ҡалала йәшәп ҡайтҡан кеше ауыл тормошона, тәбиғәттең матурлығына, һауаның таҙалығына һоҡланып бөтә алмай. Ә ауыл мунсаһы ҡала кешеһе өсөн иң ҙур ҡыуаныс, кинәнес, ожмах инде.

Беҙ ҙә шул кинәнесте тиҙерәк татырға теләп, ҡустымдың мунсаһына барырға әҙерләнәбеҙ. Һәйбәт итеп ҡунаҡ иткәндән һуң, беҙҙе мунсаның тәүге парына ебәрергә булдылар.

- Ярай, һин бара тор, - тим иремә. - Мин хәҙер таҙа кейемдәр, таҫтамалдар алып килермен. Сабына тор.

Нурислам тиҙ генә мунсаға китте.

Ҡатын-ҡыҙҙың хәбәре бөтәме ни. Арыу уҡ ҡына киленем менән ләпелдәшеп ултырғас, мин дә киттем мунсаға. Алғы бүлмәгә инеп сисенә башланым. Мунсаның төпкө яғынан иремдең аптыранған тауышы ишетелә:

- Был да булғанмы мунса? Һыу һибәм-һибәм “шыш” та “быш” та итмәй саҡ ҡына булһа ла. Мунсаларының эҫеһе юҡ!

Мин аптырап киттем:

- Нисек инде эҫеһе юҡ? Йәй көнө булһа ла әллә ике ҡосаҡ утын яҡтылар инде.

Тиҙ генә төпкө яҡҡа үтәм, ә унда ...

Ирем ризаһыҙ төҫ менән эләүкәлә ултыра. Эҫе парҙың еҫе лә юҡ. Ә киленемдең бөгөн генә ҡыҙҙарҙың туй күлдәге кеүек ап-аҡ итеп аҡлаған мейесе ҡап-ҡара күҙ йәштәре менән илап ултыра.

Аптырашымдан:

-Ах, һин, ах һин, нишләттең мейесте? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. – Ҡылғанһың бит эште. Хәҙер киленгә ни тип әйтәбеҙ инде?

- Мунсалары насар яғылған, тағы бер ҡосаҡ утын һалыр кәрәк булған,– тип үҙенекен һөйләй ир.

- Ҡайҙан килгән был белгес? – тим ни көлөргә, ни асыуланырға белмәйенсә. - Һин бит һыуҙы пар сыға торған ергә түгел, ә төтөн сыға торған ергә һипкәнһең, бөтөн ҡоромдо мейескә ағыҙып...

- Ике ҡапҡас тора ине шул. Береһен астым да әйҙә шуға һыу һибәм, әйҙә һибәм, ә эҫе сыҡмай ҙа сыҡмай...

Шунда мин эҫе һала торған ергә бер сүмес һыу һиптем дә үҙем тиҙ генә табан ялтыраттым. Эләүкәлә Нурислам күҙҙәре ташпайып ултырып ҡалды.

Сығып хәл алғас, бер аҙҙан тағы инергә булдым. Инһәм, мунса эсе хуш еҫле мәтрүшкә, әскелтем әрем, миндек япрағы еҫтәре менән тулған, ирем рәхәтләнеп арҡаһын саба, ә мунсаның эҫеһе тағы ла ике өйгә етерлек ине...

Әлфиә Бикташева.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: