+10 °С
Облачно
Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та
Бәхет өсөн генә яралғас.
«Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.
Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу…
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде…
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы…
Күңелдә тик моңһоу бер йыр тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..
Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ — ике…
Беҙ икебеҙ инде ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Минеке— был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке — был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке — был таныш яҡты һағыш,
Минеке — был ярһыу, болоҡһоу…
Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы — булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!..
'''Туған тел.'''
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер кемдән дә телем кәм тугел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм куңел!..
Халҡым теле миңә — хаҡлык теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
'''Ҡыш ҡылдары '''
Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара,
Тик урманды ҡылау һырыған.
Үҙәгемә сасҡау үтмәһен тип,
Ҡарағайға ҡайын һырыға…
Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ,
Елдерәләр йылғыр саңғыла.
Бәҫ-томанға сумып юғалғанда,
Туҙып ҡала көмөш саң ғына.
Хыял ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп,
Елдереү ҙә түгел еңелдән.
Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып,
Ҡыш ҡылдары үкһей күңелдә!..
'''Ҡыш әкиәте ''''
Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй,
Мин шыуған һайын.
Ә саңғыһыҙ шыуа күктән
Нур ҡойған айым.
Әкиәттәге кеүек урман!..
Күгелйем төҫлө.
Ҡарға сумған ҡарағайҙар
Шундай хуш еҫле!
Гүйә, күктән ҡайындарға
Яуған йондоҙҙар —
Ем-ем килеп емелдәшә
Елбәҙәк ҡарҙар.
Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай,
Алдымдан елә.
Ҡыуып етеп, көрткә үҙен
Күмәһем килә.
Алһыу алма һымаҡ янған
Уның биттәре,
Бәҫ һарыған сәс толомон,
Күҙ керпектәрен…
Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән
Ҡыуам да ҡыуам.
Юҡ, мин һине тапмайынса
Һис тә туҡтамам!..
Тик һин төштә булһа ла кур
Яңғыҙ эҙемде,
«Яратам», тип ҡарға яҙған
Ҡайнар һүҙемде!..
Донъя бөгөн миңә ап-аҡ ҡына,
Ап-аҡ нурҙан күңел тулышҡан.
Дәү бер эшем бөтөп ҡалған һымаҡ,
Һауа шундай иркен һулышҡа.
Сасҡауҙан ер сатнап ярылғанда,
Ярылырҙай булды йөрәгем
Бурай-бурай бөгөн ҡарҙар яуа,
Бәхет өйә, гүйә, көрәгем!..
Имен булыр быйыл, ер өшөмәҫ,
Уранғастың аҡҡош тунына.
Кейҙергәндәй булдым үҙем уны
Һылыуымдың һомғол һынына.
'''Һүҙем бар '''
Елдәр булып иҫәм иҫкәндә,
Гөлдәр булып үҫәм үҫкәндә:
Һыуҙар булып ағам аҡҡанда,
Тауҙар булып баҫам баҫҡанда.
Әйтер һүҙем — иҫкән елдәрҙә,
Күрер күҙем — үҫкән гөлдәрҙә,
Яҡты уйым — ағыр һыуҙарҙа,
Мыҡты буйым — ғорур тауҙарҙа.
Ал ҡанымда ҡояш нуры бар,
Йөрәгемдә ерҙең йыры бар,
Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,
Шуға минең әйтер һүҙем бар!..
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,
Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом.
Юғалдың ҡайҙарҙа?
Юл алдың ҡайҙарға?
Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон…
Ниңәлер күпте көтә күңелем,
Көткәнгә микән күпте киң илем!
Дауыллы йылдарҙа,
Бормалы юлдарҙа
Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!
Саҡыра тағы алыҫ юлдарым,
Юлдашым минең — йөрәк моңдарым,
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә.
Мин ер инем, ергә баҫҡан саҡта,
Мин күк инем, күккә баҡҡанда,
Мин ут инем, дөрләп ут янғанда,
Мин һыу инем, йор һыу аҡҡанда.
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә — булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе!..
* * *
Ҡолаҡ остарыңдан сай һыҙғырып,
Елеп үтә, елдәй, замандар!..
Маңлайыңды улар, мең һыҙырып,
Ҡанлы-данлы эҙҙәр һалғандар.
Эйе, күҙҙәреңә ҡан-йәш һаумай,
Ҡан-йәш йотмай дан да килмәйҙер.
Тик дан үҙе ҡанға һис һыуһамай,
Ҡан ҡойоуҙы дан ул һөймәйҙер…
Ниңә килгәнбеҙ һуң был донъяға:
Ҡанға буярғамы донъяны?
Күмергәме әллә уны данға? —
Уйла, кешем, уйла, уянып!..
'''Тәүге ҡар'''
Ҡыш килеүен ергә хәбәр итеп,
Ойоҡһотоп яуа тәүге ҡар.
Ойоҡһотоп яуған ошо ҡарҙа
Күпме фиҙакәрлек, сафлыҡ бар!..
Ташлана ла шулай ҡара ергә
Тәүге ҡарҙың тәүге бөртөгө.
Төшөп етмәҫ борон иреп бөтә,
Тере ҡалмайынса бөртөгө.
Тик күктән бит уның артынса уҡ
Башҡалары ергә ташлана.
Ә ҡара ер тотош аҡҡа сума…
Һәр үҙгәреш шулай башлана.
'''Бөркөт'''
Ҡанатында — күктәр һалҡынлығы,
Ҡарашында — тауҙар һағышы.
Туңып ҡалған уның күҙҙәрендә
Болоттар һәм йылдар ағышы.
Йоҡомһорап шулай төш күрәме,
Сикһеҙ уймы упҡан бөркөттө!
Ҡапыл бына уның хыялдарын
Бала-саға шулай өркөттө.
Кемдер бына икмәк һондо уға.
Ниндәй тәм ул тапҡан икмәктән?
Оялғандыр, бәлки, үҙ затынан;
Бөркөтмө һуң бөркөт ситлектә?
Әйтелмәгән борсолоу мин,
Һүтелмәгән ҡаты бер төйөн,
Асылмаған бер бөрө мин,
Ҡысҡырмаған оран һәр көйөм.
Кил яныма! Мин йырлармын,
Һәр нәмәлә табып көйөмдө.
Асылырмын сәскә булып, —
Һүт тик минең ҡаты төйөндө.
Бар болотоң таратырмын,
Көндәй асырмын мин йөҙөңдө,
Бул тик ғәҙел матурлыҡ һин,
Һин табырһың миндә үҙеңде!.
* * *
Ни ғәләмәт, шашып йәшәйем мин,
Көнөм — эштә, эштә — төндәрем.
Йоҡо мине бик яратып етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам, мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям бына: ул көн килеп етер,
Үтмәһәңсе бушҡа, ғүмерем:
Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин, эшлә емереп.
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер иң ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә.