Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
24 Ғинуар 2022, 10:00

Тормош

Сабырлыҡ бир, Хоҙай....

Кемгә етмәй сабырлыҡ бир, Хоҙай,
Кемдәр яңғыҙ, парлы, ишле ит!
Аҙашҡанды тура юлға сығар,
Төнөлгәнгә өмөт бүләк ит!
Сикһеҙ маһайғанды тынысландыр,
Сарсағанға шишмә тап булһын!
Моңло күңелдәргә шатлыҡ өҫтә,
Сәфәр сыҡҡандарға юл уңһын!
Хаҡлылары бүләктәрен алһын,
Һөмһөҙҙәре алһын язаһын...
Эй, хоҙайым! Иртәгәһе көндәр
Килһен тыныс, бәлә - ҡазаһыҙ!

Сәкинә Тотманова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: