Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
16 Ғинуар 2022, 20:15

Тамуҡтың рәте киткәне – бер бабайҙың ожмахҡа эләккәне

Әбей ожмахта рәхәтләнеп йөрөп ята, ти. Ә ҡарты тамуҡты эҙләп, этләнеп бөткән, ти...

Борон замандамы, беҙҙең быуаттамы, оноттом инде, йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Ғүмере бөткәс, берҙән-бер көндө былар үлеп ҡуйғандар, ти. Алла бабай береһен – тамуҡҡа, икенсеһен ожмахҡа ебәргән.

Әбей ожмахта рәхәтләнеп йөрөп ята, ти. Ә ҡарты тамуҡты эҙләп, этләнеп бөткән, ти. Ни өсөн тигәндә, адресын яҙып алырға онотҡан. Йөрөй торғас, тап өҫтөнә барып сыҡҡан тегенең. Барып сыҡһа, тамуҡ хужалары, шайтандар, тәнәфескә киткән икән. Һуңынан оҙаҡ ҡына килмәгәндәр. Сөнки леспромхоз утын ебәрмәгән. Таҙа һыу тигәне бер ҡайҙа ла юҡ, ә ҡаҙандары иҫкереп, тишелеп бөткән, имеш.

Икенсе бүлеккә киткән, ти был бахыр бабай. Унда ла шул уҡ хәл. Ә бер шайтан хатта илап ултыра икән: “Өйөмдә ашарға юҡ, алты балам күҙгә ҡарап тора. Мәскәй ҡатыным “Сони” фирмаһының япон һеперткеһен эләктергәс, эреләнде, өйгә ҡатып та инмәй. У-у-у...”

Аптырауға ҡалған ҡартҡа арендатор шайтанға барырға ҡушҡандар. Джинсы кейгән ҡупшы шайтан уны ҡолас йәйеп ҡаршы алған: “Иң беренсе һине ҡаҙанға һалырбыҙ. Унан яйлап тирең һуйылып төшөр... Унан... Ай, әттәгенәһе, онотоп ебәргәнмен – импортный утын килеп етмәгән бит әле! Вәт баш! Нимә эшләргә?..”

Ҡайҙа барырға белмәй, ҡаңғырып йөрөгән ҡартты Алла бабай йәлләгән дә, ожмахҡа, әбейе эргәһенә индереп ебәргән, ти. Улар әле лә бергәләшеп, сөкөрләшеп, шул ожмахта тыныс ҡына йәшәп яталар, ти.

Әхмәт Сөләймәновтың “Башҡорт балаларының ҡарһүҙе” китабынан.

 

 

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: