Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Ғинуар 2022, 09:40

Ҡар яуғанда

Теләктәрең изге булһын!

-Әсәй, ҡар яуғанда теләгән теләктәр ҡабул була!

-Ниңә?

-Сөнки улар өҫкә лә, аҫҡа ла, ситкә лә осоп китә лә, һинең теләктәреңде елнә тапшыра. Ә ел бөтәһенә лә миңә нимә кәрәк икәнен еткерә. Шунан ағастар ҙа, өйҙәр ҙә, ҡоштар ҙа минең менән бергә теләй башлай һәм хыялдарым үтәлә. 

-Улай булғас телә, балам. Теләктәрең изге булһын!

-Ә ҡар бөртөктәре тик изге һәм яҡшы теләктәрҙе генә ҡабул итә. 

-Шулай булһын, балам, йорт-ил тыны булһын, кешеләр тик бәхетле булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: