ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
18 Декабря 2021, 06:00

Йондоҙнамә (20-26 декабрь)

20 -26 декабрь арауығында ай кәмей. Был Яңы йыл алды көндәрендә кәйефегеҙ үҙгәреп торор һәм ул эшегеҙгә лә тәьҫир итер. Шуға күрә, мөмкинселек булһа, эштә ял көндәре (отгул) һорағыҙ. Был осорҙа күптән күрешмәгән дуҫтар менән осрашырға тәҡдим ителә. Улар менән араларығыҙ нығыр. Артабан һәр йондоҙлоҡҡа айырым күсәйек.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ҡатмарлы ҡағыҙ эштәре йәки етди финанс мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итергә тура килер. Шаршамбыла һәм кесе йомала йондоҙҙар аҡса мәсьәләһенә иғтибарлы булырға, әйбер һатып алырға ҡабаланмаҫҡа тәҡдим итә. Йәкшәмбегә ғаилә тормошондағы аңлашылмаусанлыҡтар үтеп китеп, ял көнөн күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә мөмкин булыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна башы Буғаларға һынауҙар ҡуйып, ниәттәренең һәм пландарының етди булыуын һынар. Был ныҡлыҡҡа, уртаҡ тел таба белеүгә, ғәҙеллек һәм сабырлыҡҡа имтихан булыр. Эмоцияларығыҙҙы контролдә тотоғоҙ, аҙна дауамында теләгән эшегеҙ менән түгел, ә кәрәкле эштәр менән мәшғүл булығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Дүшәмбелә Игеҙәктәргә коллегаларының шаяртыуына иғтибар итмәҫкә кәңәш ителә. Тыныслыҡ һаҡлағыҙ һәм һеҙ еңеүсе булырһығыҙ. Ваҡытығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, барыһына ла өлгөрөр кәрәк, тип сабыуламағыҙ. Иң кәрәкле һәм күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 22.07)

Был аҙнала аҡсаға бәйле һорауҙар менән шөғөлләнергә тура килер, был айырыуса бизнестағы кешеләргә ҡағыла. Кеше менән аралашҡанда тәжрибәле, тормош аҡылы туплағандарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Аҙна һәр төрлө башланғыс өсөн ҡулай. Тик ваҡ-төйәккә иғтибарығыҙҙы бүлмәй, ҙур һәм мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнеү отошло булыр.

Арыҫлан (23.07 – 21.08)

Арыҫландар өсөн еңел генә аҙна булмаҫ. Уйлағандарығыҙ тиҙ генә тормошҡа ашмаһа, бер-бер артлы күңелһеҙлектәр булып торһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аҙна аҙағында хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер һәм был көндәрҙә барлыҡ уй-ниттәрегеҙ алдығыҙға килер. Шулай уҡ абруйлы кешеләр менән танышырһығыҙ, күптән көткән яңылыҡты ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (22.08 – 23.09)

Аҙнаның тәүге ике көнөндә етди эштәр менән булышырһығыҙ. Ҡайһы бер Ҡыҙҙарға кемдеңдер серҙәрен тыңларға тура килер. Был һөйләшеү тик һеҙҙең арала ҡалһын, бының өсөн һуңынан һеҙгә рәхмәт белдерерҙәр. Аҙна аҙағында дуҫтарығыҙ менән осрашырһығыҙ, яҡшы хәбәрҙәр алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Ҡайһы бер Үлсәүҙәргә йәшерен эш тәҡдим итерҙәр, был хаҡта һеҙ һәм уны һораусы ғына белер. Был эштәрҙең шаршамбыға тура килеүе ихтимал. Яҡшы кәйеф бүләк иткән кешеләр менән аралашырһығыҙ, әммә уларға тулыһынса ышанмағыҙ – әйткән һүҙҙәрендә тормауҙары бар. Һөнәри эшегеҙҙә ял алыу теләге тыуыр, етәкселек менән килешеп, ял итеп алыу тик файҙаға булыр.

Саян (24.10 – 23.11)

Аҙна башында эшлекле осра­шыуҙар уңышлы үтер. Үҙегеҙгә кәрәкле кешеләрҙе мөһим проект менән таныштыра алаһығыҙ, барыһы ла һеҙ теләгәнсә булыр. Аҡсағыҙҙы сарыфламай торо­ғоҙ, көтөлмәгән сығым булыуы ихтимал. Әммә өҫтәл, журнал өҫтәле кеүек әйбер һатып алырға теләһәгеҙ, мотлаҡ алығыҙ, ул һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер.

Уҡсы (24.11 – 22.12)

Аҙна кәрәкле, файҙалы бәйләнештәр булдырыу, уңышлы килешеүҙәр төҙөү өсөн яҡшы. Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылау теләгегеҙ тормошҡа ашыр, моғайын. Аҙна уртаһында Уҡсыларға һаулығына иғтибарҙы арттырыу мәшәҡәт итмәҫ, яҡшы белгескә мөрәжәғәт итеп, тулыһынса диагностика үтһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Ылаҡ (23.12 – 20.01)

Көсөгөҙҙө яңы белем алыуға йүнәлтегеҙ. Мөһим осрашыуҙар булыр һәм улар Ылаҡтарға үҙ ваҡытында кәрәкле мәғлүмәтте алырға ярҙам итер, яңы мөмкинселектәргә юл асыр. Ҡапыл юлға сығыуығыҙ йәки ижади эштәрҙә ҡатнашыуығыҙ ихтимал.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һыуғоярҙар өсөн уңышлы аҙна. Тормошҡа ҡыуанып, кинәнес менән йәшәгеҙ. Эшегеҙҙә лә барыһы ла яҡшы булыр. Финанс хәлегеҙ ҙә тотороҡло. Шәхси тормошоғоҙҙа тыныслыҡ һаҡлағыҙ, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәкһә, тойғолар менән түгел, ә аҡыл менән эш итегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна башы яҡшы килер. Йомаға тиклем әллә ни мөһим эштәрегеҙ булмаҫ, барыһы ла һәүетемсә барыр. Әммә бер аҙ ял итеп алыу зыян итмәҫ. Осор аҙағында икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүе ихтимал, быға юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ, уға иғтибарлыраҡ булығыҙ, уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Аҙна аҙағы ниндәйҙер әйбер алыу өсөн уңайлы.

Автор:Лилия Кусябаева