Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
13 Октябрь , 12:35

Китап – иң ҙур бүләк, ти атайым

Хаҡлы ялға сыҡҡас, атайыбыҙ үҙенең күргән-кисергәндәрен, ауыл тарихын һәм тормошон, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, уйланыуҙарын, төрлө ваҡиғаларға фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә. Уның уй-фекерҙәре тупланған ҡалын дәфтәрҙәр һаны тиҫтәгә тулып китте.

Китап – иң ҙур бүләк, ти атайым

Түбәнге Таулыҡай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ Салихов Әхәт Варис улына 75 йәш тулды. Ул 1946 йылдың алтын көҙөндә Заһира һәм Ғәбделварис Салиховтарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Ҙур, татыу ғаиләлә алты малай буй еткерә.

Атайыбыҙ бәләкәйҙән белем алырға ынтыла, ике ауыл аша ятҡан Беренсе Этҡол урта мәктәбенә ҡар-буранға, ел-ямғырға ҡарамай йөрөп уҡый. Теүәл фәндәрҙе үҙ итеүе һөнәр һайлағанда ҙур роль уйнай. Әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһында юғары уҡыу йортон тамамлап, математика һәм физика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була һәм ғүмере буйы һайлаған юлына тоғро ҡалып, Таулыҡай урта мәктәбендә балаларға белем өләште. Тиҫтә йылдан ашыу мәктәп директоры вазифаһын да башҡарҙы. Әле лә уҡыусылары, бергә эшләгән коллегалары атайыбыҙҙы онотмай, оло хөрмәт, рәхмәт һүҙҙәре менән телгә ала, килеп хәл белешеп китә. Ҡасандыр белем биргән шуҡ малайҙарҙың, тиҫтә йылдар үткәндән һуң “Әхәт Варисович, ошо сал сәстәреңдең нисәүһен беҙ ағарттыҡ икән…” – тип рәхмәт һүҙҙәре белдереүе уҡытыусы хеҙмәте өсөн иң оло баһалыр, моғайын.

Эшендә ул балалар күңеленә асҡыс таба белгән талантлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, ғәҙел етәксе булып танылһа, өйҙә әсәйебеҙгә ышаныслы тормош юлдашы, ныҡлы терәк, беҙгә өлгөлө атай, ейәнсәрҙәренә, бүләһенә яратҡан ҡартатай ул. Әсәйебеҙ Гөлйәүһәр Ғәни ҡыҙы менән бына инде 50 йылдан ашыу иңде-иңгә терәп, матур донъя көтәләр, беҙгә лайыҡлы тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Әле лә улар беҙҙе ярҙамынан ташламай, тыуған йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, тырышып донъя көтә. Байрамдарҙа һәм йәй айҙарында атай йорто шау-гөр килеп тора, балаларының ғына түгел, ейәнсәрҙәренең дә һағынып ҡайтыр, йыйылыр урыны булыуына Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәтлебеҙ.

Киң күңелле, оло йөрәкле атайыбыҙ – ғүмер буйы үҙенең туғандары тураһында ла хәстәрлек күреп, терәк-таяныс булып йәшәүсе оло ағай ҙа. Ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ, йәшләй генә етем ҡалған биш ҡустыһы өсөн дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, әсәйебеҙ менән һәр береһенең туйын үткәреп, башлы-күҙле итеп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар.

Беҙҙең атайыбыҙ үҙенең аҡылы, сабырлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән ихтирам яулаған кеше, ауылдаштары өсөн хөрмәтле уҙаман. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, һәр саҡ урын-еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. Кәңәш һорап килгәндәргә төплө кәңәшен йәлләмәй, ярҙам һорағандарға ярҙам итә. Оҫта ҡуллы атайыбыҙ теләһә ниндәй көнкүреш техникаһын йүнәтә белә, ағас эшенә, баҡса үҫтереүгә лә маһир.

Бынан биш йыл элек атайыбыҙ 70 йәшлек юбилейына ҡарата ауылда 70 төп ағас ултыртҡайны. Был изге эшкә балалары, туғандары, яҡындары ла ихлас ҡушылды.

Ә ҡәҙерле кешебеҙҙең 75 йәшлек юбилейына беҙ, балалары, үҙенсәлекле бүләк әҙерләп тапшырҙыҡ. Атайыбыҙ теүәл фәндәр уҡытыусыһы булһа ла, ул әҙәбиәтте лә ярата, әле лә күп уҡый. Хаҡлы ялға сыҡҡас, атайыбыҙ үҙенең күргән-кисергәндәрен, ауыл тарихын һәм тормошон, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, уйланыуҙарын, төрлө ваҡиғаларға фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә. Уның уй-фекерҙәре тупланған ҡалын дәфтәрҙәр һаны тиҫтәгә тулып китте. Бына шулар араһынан иң ҡыҙыҡлы, фәһемле ерҙәрен туплап, уның юбилейына "Заманым, кешеләр һәм үҙем тураһында" тигән китабын нәшер иттек. Был уның өсөн ысын мәғәнәһендә сюрприз булды! “Минең өсөн иң ҙур бүләк булды был”, - ти атайыбыҙ ҡыуанып.
Китапҡа тыуған ауылыбыҙ Таулыҡайҙың һуғыштан һуңғы осорҙан бөгөнгәсә көнкүреше, ауылдаштар, туғандар, күршеләр, атайыбыҙҙың дуҫтары, класташтары, комсомол комитетында, мәктәптә эшләгән йылдары ингән. Ғөмүмән, китап бик ҡыҙыҡлы, уҡымлы, матур килеп сыҡты, тип уйлайбыҙ. Атайыбыҙҙың ижад ҡомарың һүнмәһен, тағы ла оҙаҡ йылдар әсәйебеҙ менән бәхетле, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Лилиә Күсәбаева.

Китап – иң ҙур бүләк, ти атайым
Автор:Лилия Кусябаева