Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2021, 09:17

Аҡса тота беләһеңме?

Зачет биреп ҡара һәм консультация ал! 

Аҡса тота беләһеңме?
Аҡса тота беләһеңме?

30 ноябрҙән 16 декабргә тиклем Рәсәй Банкы Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә финанс белем буйынса дүртенсе Бөтә Рәсәй онлайн-зачетын уҙғара, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Онлайн-зачет www.finzachet.ru сайтында үтә.

Онлайн-зачетта ҡатнашҡан һәр кем финанс өлкәһендәге үҙ белемен тикшереп кенә ҡалмай, шулай уҡ индивидуаль рекомендациялар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә.

Быйыл башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә шәхсән зачетта команда менән ҡатнашырға ла мөмкинлек бар. Дуҫтарығыҙҙы йыйығыҙ, коллегаларығыҙ менән бергәләшеп ҡатнашығыҙ.

Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан финанс хеҙмәттәренә ихтыяж һәм улар менән ҡәнәғәт булыу-булмауы буйынса һорау алыу үткәреләсәк. 
 
Онлайн-зачет ғәҙәттәгесә ике төркөмгә бүленгән: база (финанстарҙы өйрәнә башлағандар өсөн) һәм алға киткән (ҡатмарлы мәсьәләләргә әҙер булғандар өсөн). Һәр кимәлдә кредиттар һәм депозиттарға, пенсия тупланмаларына һәм страховкалауға, инвестицияларға һәм мутлашыусыларҙан яҡлау ҡағиҙәләренә ҡағылышлы 30-ар һорау бар, шулай уҡ эшҡыуарҙар өсөн айырым мәсьәләләр ҡаралған. 
 
20 һәм унан күберәк һорауға дөрөҫ яуап биргәндәр "Ҡатнашыусы" сертификат аласаҡ. 
 
Шәхси зачетты бер нисә тапҡыр үтергә мөмкин - биреп ҡарау өсөн мөмкинлектәр сикләнмәгән, күпме тапҡыр теләйһегеҙ, шул сама бирә алаһығыҙ. Һәр зачетҡа бер сәғәт бирелә (алдан биреп бөтөргә лә ярай). 
 
Тулыраҡ мәғлүмәтте алырға һәм ҡатнашыу өсөн finzachet2021.ru сайтында алырға мөмкин. 
 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в