Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2021, 09:29

Тиҙерәк машина алып ҡал!

Эксперттар әйтеүенсә, бөтә төр автомобилдәр ҙә ҡиммәтләнә. Лада-Гранта 14 меңгә, Ларгус 19 меңгә арта. Әйткәндәй, АвтоВаз быйыл машиналарына хаҡтарҙы биш (!) тапҡыр күтәрҙе. Сит ил автомобилдәренә хаҡтар нығыраҡ арта. Ошо сәбәпле, автомобиль һатҡан салондарға халыҡтың күпләп ағылыуы күҙәтелә, ти белгестәр. 

Тиҙерәк машина алып ҡал!
Тиҙерәк машина алып ҡал!


Бөгөнгө тормошобоҙҙо автомобилһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.Машинаһы булмаған ғаилә йәки кеше хәҙерге заманда бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр.
Сер түгел, машина һатып алыу бөгөн еңел түгел, күптәр уны кредитҡа ала . Сөнки эш хаҡына ғына мөмкин түгел. Әммә автомобилгә хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы ябай халыҡтың хәлен тағы ла ауырлаштыра.Ошо көндәрҙә тағы бер яңылыҡ ишетелде: сентябрь башынан хаҡтар тағы ла арта икән? Күпмегә?
Эксперттар әйтеүенсә, бөтә төр автомобилдәр ҙә ҡиммәтләнә. Лада-Гранта 14 меңгә, Ларгус 19 меңгә арта. Әйткәндәй, АвтоВаз быйыл машиналарына хаҡтарҙы биш (!) тапҡыр күтәрҙе. Сит ил автомобилдәренә хаҡтар нығыраҡ арта. Ошо сәбәпле, автомобиль һатҡан салондарға халыҡтың күпләп ағылыуы күҙәтелә, ти белгестәр.
Тиҙерәк машина һатып алып ҡалығыҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в