-9 °С
Болотло
«Рәсәй Банкы бәләкәй магазиндарҙа, АЗС-ла, баҙарҙа йә ҡулдан ҡулға аҡса алғанда ҡулығыҙға 5000 һум һәм 1000 һумлыҡ аҡсалар килеп эләкһә, уны тикшереп ҡарап алырға кәңәш итә», – тип БР буйынса Милли банк Бүлексәһенең идарасыһы урынбаҫары Лилия Яҡупова кәңәш итә.Ысын аҡсаның һыулы тамғаһы (яҡтыға ҡуйып ҡарағанда тарихи шәхестең һүрәте күренә) була. Аҡса билгеһе һандарынан тыш аҡсала тарихи шәхестең портреты ла төшөрөлгән була. Номинал һандарын ҡабатлаған полимер пленканан торған һаҡ ебе лә була. 5000 һәм 1000 һумлыҡтарҙа төшкән гербты ныҡлап ҡараһаң, ялтырап китә. Рәсәй Бангкы эмблемаһын, «Билет Банка России» тексын, һәм ситендәге штрихты һәрмәп ҡарағыҙ: ҡабарынҡы рельефын һиҙерһегеҙ.Аҡсаның фальшивка булыу-булмауын тикшереү өсөн уның барлыҡ сифаттарын Рәсәй Банкы сайтында һәм «Банкноты Банка России» мобиль ҡушымтаһында инеп ҡарарға була. Кассирҙар һәм һөнәре аҡса менән бәйле булғандар өсөн Рәсәй банкы бушлай онлайн курстар үткәрә.Уны Университета Банка России сайтына инеп табырға була.