Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июль , 10:25

Дүртөйлөлә Рәсәй Банкының "Ваҡыт һәм аҡса" күргәҙмәһе асылды

Рәсәй Банкының "Ваҡыт һәм аҡса" күргәҙмәһен Башҡортостандың сираттағы ҡалаһы ҡабул итә. Был юлы экспозиция Дүртөйлөлә асылды.   

Дүртөйлөлә Рәсәй Банкының "Ваҡыт һәм аҡса" күргәҙмәһе асылды

Күргәҙмәгә килгәндәр иғтибарына рәсәй аҡсалары тарихы тураһындағы фотостенд һәм БР Рәсәй Банкының музейында һаҡланған һирәк экспонаттар тәҡдим ителде. Экспонаттар араһында ағас иҫәпләгестәр, арифмометрҙар, шулай уҡ билдәле «Феликс М», боронғо сургуч, тәнкәләрҙе һәм ҡағыҙ аҡсаны һанай торған машиналар бар. 

Күргәҙмә ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнеү музейында 24 июлдә асылды һәм ул унда 30 сентябргә тиклем буласаҡ. 

«Тәнкәләр, аҡса берәмеге тарихын өйрәнергә, аҡса һаҡлау серҙәрен өйрәнергә теләгән һәр кем был күргәҙмәгә килә ала. Ғәҙәттә бындай күргәҙмәгә мәктәп уҡыусылары йөрөргә ярата. Ундайҙар өсөн музей хеҙмәткәрҙәре махсус программа әҙерләп тә ҡуйған инде», – тип Милли Банктың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге эксперты Анна Романова хәбәр итте. 

Үҙенсәлекле күргәҙмә2020 йылда РФ Ү%ҙәк банкының 160 йыллыҡ юбилейы уңайынан әҙерләнгәйне. Быға тиклем ул Өфөләге БР Милли музейында, шулай вуҡ Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында булғайны.

Дүртөйлөлә Рәсәй Банкының "Ваҡыт һәм аҡса" күргәҙмәһе асылды
Автор:Эльмира Киеккужина