Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Июль , 15:49

Республикалағы ломбардтар Рәсәй Банкы реестрына инде

Ломбардтар яңыса эшләй башланы. Хәҙер уларға артабан эшләү өсөн Рәсәй Банкына ғариза ебәреп, дәүләт реестрына инер кәрәк. Яңыса системаға күсеү ваҡыты 9 июлдә сыҡты. 

Республикалағы ломбардтар Рәсәй Банкы реестрына инде

Башҡортостанда үҙ статусын ломбардтарҙың 3/4 өлөшө һаҡлап ҡала алды. Йәҡни 2021 йылдың башында теркәлеү үткән 54 ломбардтың 41-е артабан да хеҙмәт күрһәтәсәк. 

«Компанияларҙың һәр дүртенсеһе реестрҙан төшөп ҡалды. Шуға ла улар артабан үҙҙәрен ломбард тип атау хоҡуғын юғалтты. Ломбардҡа барыр алдынан Рәсәй Банкы реестрын асып ҡарағыҙ. Әгәр реестрға инмәгән икән, тимәк улар мутлашыусылар булып тора», – тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк бүлеге идарасыһы Сергей Коровин белдерҙе.

Килешеүҙе рәсми исемлектә булған компаниялар менән генә төҙөгәндә, ломбардҡа тапшырған әйберҙе ҡабат һатып алыу мөмкинлеге була. 

Ломбардтар исемлеге менән Рәсәй Банкы реестрында танышырға була.

Сығанаҡ: http://www.cbr.ru/press/regevent/?id=14746 

Республикалағы ломбардтар Рәсәй Банкы реестрына инде
Автор:Эльмира Киеккужина