Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март 2019, 12:13

Зәңгәр хыялдар “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа әйләнде

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләгән көндә, Беренсе Этҡол ауылында ла иҫтәлекле ҙур бер ваҡиға тарих биттәренә теркәлде. Был көндө халыҡтың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты: ауылда тәүге тапҡыр “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡанды.

Этҡолдарҙың шатлығы менән уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
Әйтергә кәрәк, районда газ селтәре төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бирелә. Быйылғы уҡыу йылында ғына ла 5 автономлы ҡаҙанлыҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләй башланы. Яҡын арала шундай уҡ саралар Ниғәмәт, Ишмырҙа, Буранбай, Басай ауылдарында ла көтөлә, тип белдерҙе мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин.
Бөгөнгә тәбиғи газ селтәренә урындағы мәктәп һәм ауылдың 6 йорто тоташҡан. Тағы ла 50-гә яҡын хужалыҡта әҙерлек эштәре бара.
- Бындай ҙур шатлыҡты түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, - тип белдерҙе өйҙәренә беренселәрҙән булып тәбиғи газ үткәреүсе Әлфиә һәм Рәфҡәт Хисмәтуллиндар. - Быға ҡәҙәр ҡышты сығыу өсөн йылына 3 йөк машина утын китә ине. Бөгөн бына мейескә ут та яҡманыҡ.
- Беҙҙең ауылда “зәңгәр яғыулыҡ” селтәре төҙөлөшө башланғас та, кәрәкле ҡорамалдарҙы алып, алдан әҙерләй башланыҡ, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Әлифә һәм Рафиҡ Хисмәтуллиндар. - Башҡа ауылдаштарымдың да оҙаҡҡа һуҙмай, был уңайлыҡ менән файҙалана башлауҙарын теләйбеҙ.
Ә шулай ҙа, “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа иң ныҡ ҡыуанғаны мәктәп коллективы һәм уҡыусылар булғандыр, моғайын. Улар үҙҙәренең рәхмәттәрен йырға ла, бейеүгә һалып белдерҙе.
Тантаналы шарттарҙа ал таҫмалар киҫелгәндән һуң, Фәнис Әминев ҡаҙанлыҡтың эшмәкәрлеге менән танышты. Ысынлап та, оҙон ҡыш буйы мәктәпте йылытыу өсөн быға ҡәҙәр йөк-йөк утын, таш күмер әҙерләп яғылһа, хәҙер иһә уларҙың кәрәге ҡалманы. Операторҙар газ ҡаҙанлығы менән эшләү өсөн махсус әҙерлек үткән.
- Бөгөн, республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгәндә, Беренсе Этҡол ауылы ла оло шатлыҡ кисерә, - тине Фәнис Әминев. - “Зәңгәр яғыулыҡ”тың бөтә йорттарға ла барып етеүен теләйем. Районда тәбиғи газ төҙөлөшө быйыл да дауам итәсәк.
Фәнис Әминев артабан, мәктәп тормошо менән танышты. Уҡытыусы Рәсих Йортбәков етәкселегендә эшләп килгән “Йәш армеецтар” клубында шөғөлләнеүселәрҙең сығыштарын ҡараны. Артабан ауылдың бай тарихын һаҡлаған музейҙа булды.



Читайте нас в