Мәктәп формаһына килгәндә, уларҙың хаҡтары төрлөсә. Мәҫәлән, ҡыҙҙар формаһы (күлдәк + фартук) – 350 һумдан, малайҙарҙың формаһы 1000 һумдан башлана. Бындайҙарҙың инде сифаты тураһында әйтеп тороу артыҡ булыр.
Ҡыҙ бала өсөн форма эҙләһәгеҙ, уны ҡала дауаханаһы туҡталышында урынлашҡан “Ғаилә” (“Семейный”) сауҙа йортонан башлағыҙ. Шәхси эшҡыуар О.М. Рәхмәтуллина етәкләгән сауҙа нөктәһендә уларҙың һәр төрлөһөн табырға була. Бәләкәйерәк үлсәмлеләре 1000 һум тирәһе, ә ҙурҙары 1500 һумдан башлана. Ошонда уҡ блузкалар, классик салбарҙар табырға мөмкин. Ҡыҙҙар өсөн спорт кейемдәре лә төрлө хаҡҡа һатыла. Әйткәндәй, был сауҙа йорто ял көнө лә эшләй.
Ҡыҙҙар өсөн сифатлы ла, үтә ныҡ ҡыйбат булмаған форманы “Континент” сауҙа йортонда алырға була. Шәхси эшҡыуар Г. Андриянова һатҡан бутикты табыр өсөн “Фикс-прайс” магазины йәки “Континент” яғынан инергә кәрәк. “Женская одежда” тигән яҙыу аҫтында 7-се һәм бәләкәй баҙар яғынан ингән яҡта 2-се булып урынлашҡан. Был бутикта ҡыҙҙар өсөн тәғәйен мәктәп формалары 32-се үлсәмдән башлана. Иң ҙуры – 54-се үлсәмлеһе. Шулай уҡ күлдәктең, блузканың, фартуктың һәр төрлөһө бар. Ҡыҙҙар өсөн классик салбарҙар, спорт кейемдәрен дә бер юлы һатып алырға мөмкин. Джинсынан тегелгән кейем яратҡандар өсөн һөйөнөслө
яңылыҡ: бында тап ошо туҡыманан тегелгән мәктәп формаһын таба алаһығыҙ.
Уҡыусы малайҙар өсөн форма эҙләһәгеҙ, эште шул уҡ “Континент” сауҙа йортонан башлағыҙ. Шәхси эшҡыуар В.С. Түләковтың ике бутигында ла (беренсеһе – “Фикс-прайс “ магазины, икенсеһе – бәләкәй баҙар яғында урынлашҡан, “Мужская одежда” тип яҙылған) һеҙ улығыҙҙы баштан-аяҡ кейендерә алаһығыҙ. Бында башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәғәйен костюмдар (тройка) 3300 һум тора. Үҫмерҙәргә тәғәйендәре 3500 һум. Спорт костюмдарының да һәр төрлөһө бар. Балағыҙға ла, үҙегеҙгә лә ошонда уҡ һатып алырға була. Аяҡ кейемдәренә килгәндә, был бутикта Ростов ҡалаһынан килтерелгән күн туфлиҙар, сифатлы кроссовкиҙар бар. Малайҙар өсөн күлдәктәрҙең хаҡы 800 һумдан башлана. Әйткәндәй, бындағы бутиктарҙа тауарҙы аҙна һайын яңыртып килтереп торалар.
Ир балалар өсөн кейем һайлаған саҡта “Мужской каприз” магазинына бармаһаң яҙыҡ булыр. Бында малайҙар һәм үҫмерҙәр өсөн сифатлы, төрлө стилдәге мәктәп формалары бар. Хаҡтарына килгәндә, улар 3000 һумдан башлана. Шунда уҡ улығыҙға күлдәк, галстук, свитер, спорт костюмдары, уңайлы һәм матур туфлиҙар, кроссовкиҙар һатып алыу мөмкинлеге бар.
Шәхси эшҡыуар Ф.Р. Иҫәндәүләтовтың “Мужской каприз” магазины Юбилей урамында (бәләкәй баҙар янында) урынлашҡан. Магазин август айында ялһыҙ эшләйәсәк. Әгәр һеҙ йәкшәмбе көн баҙарға сыҡһағыҙ, улығыҙҙы ла ҡуша алып килегеҙ. Ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан был магазинға килеп, уны яңы уҡыу йылына баштан-аяҡ кейендерегеҙ.
Ә бына улығыҙҙы ла, ҡыҙығыҙҙы ла бер урында ғына артыҡ ҡыйбат булмаған хаҡҡа кейендерергә теләк булһа, “Гранд” сауҙа үҙәгенә юлланығыҙ. Бында уҡыусы ҡыҙҙарға ла, малайҙарға ла һәр төрлө үлсәмдәге мәктәп формалары, аҡ һәм ҡара фартуктар, костюм-салбарҙар, туфлиҙар, кроссовкиҙар, бантиктар, галстуктар һ.б. мәктәп кәрәк-яраҡтары һатыла.
Шәхси эшҡыуар Т.Т. Узояндың “Гранд” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан бүлеге С.Юлаев проспектындағы 3-сө һанлы бинаның 2-се ҡатында урынлашҡан.
Хәҙер ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың мәктәпкә әҙерләнеп йөрөгән мәшәҡәтле мәле. Уҡыусыларға матур кейемдәрҙә шатланып мәктәпкә барырға, ә ата-әсәләргә балаларының шатлыҡлы йөҙҙәрен күреп, кинәнес алырға яҙһын!
Э. Кейекҡужина.